

Һыңар ҡанат ҡынам һыҙлай
Иптәшем, тип уйлағаным,
Тиңдәшем, тип һайлағаным,
Көмөшөм, тип ымһынғаным,
Ҡамышым, тип йығылғаным,
Бергә таба майлағаным,
Бер ҡоҙоҡтан һыу алғаным...
Айҙай торһаң, айым, тинем,
Ҡояш ҡалҡһа, ҡояш инең...
Алтын ашыҡ һымаҡ күреп,
Ҡәҙереңде белгән инем.
...Ә үҙемдең ҡәҙеремдең
Юғалғанын белмәгәнмен.
Сәбәптәрен эҙләйем дә
Сәғәттәргә ҡарайым,
Өҙөлөп-өҙөлөп, көтөк булып,
Сәстәремде тарайым.
Һыңар ҡанат ҡынам һыҙлай,
Яндарыңа барайым!
Йөйөнә күрә көйө
Зарланаһың, заман ауыр, тиеп,
Ауырлығын бер ҙә күрмәйем.
Үҙем булып ҡалам, шөкөр итеп,
Ни күрһәм дә, өмөт өҙмәйем.
Өмөтлөләр генә үҙ дәүләтен
Үҙе төҙөй — шуға ышанам,
Зар-интизар кеше була меҫкен,
Шунан һаҡла инде, эй, Аллам!
Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ,
Ағымдарға ҡаршы йөҙәләр.
Баҡсаһында үҫкән тал тамырын
Үтмәҫ балта менән өҙәләр.
— Юҡ! Юҡ! — тигән һайын аҡса бөтә,
Байлыҡ, мал бит — бары бер көнлөк.
Уйла милләт хәлен! Киләсәктә,
Даның китһен һинең ғүмерлек!
Төнгө шиғыр
Ете төндөң ҡосағында
Утым яна усағымда.
Йоҡо осҡан был сағымда
Һин генә юҡһың янымда...
Ҡайын утын ҡыҙыуында
Өҫтәлемә төшә яҡты,
Аҡ ҡанатлы ҡағыҙым да,
Талпынғандай, эҙләп сатҡы.
Ҡара төндө ҡыҫып ҡосоп,
Тәҙрәмдә таң һыҙыла.
Усағымда янған осҡон
Төтөн булып сыға юлға...