Бөтә яңылыҡтар

Иң яҡшылар билдәләнде

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Сибай ҡалаһында урынлашҡан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе. Ул – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай, гөрләп эшләгән белем усағы.

Лицейҙа абруйлы, үҙ фәнен төплө белгән тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, аң-белем даирәһен байытыу, спортҡа ылыҡ­тырыу, тормош тигән оло юлға әҙерләү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Мәктәп директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина тырышлығы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән лицейҙағы эштең уңышлы барыуына булыш­лыҡ итә, һөҙөмтәлә төрлө йүнәлеш­тәрҙә бихисап еңеүҙәр яулана.

Ошо көндәрҙә лицейҙа уҡыу йылы барышында ҡала, зона, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, кон­курс­тарҙа, фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа төрлө эҙләнеү эштәре алып барған иң яҡшы һәм талантлы, һәләтле уҡыусылар өсөн “Йыл уҡыусыһы-2022” тип аталған мәктәп фестивале үтте. Уҡыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде, ата-әсәләре, бағыусылар әҙерләгән бүләктәргә эйә булды.

– Был фестиваль беҙҙең мәк­тәптә тәүге тапҡыр үткәрелә. Уның төп маҡсаты – йыл дауамында уңыштарға һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларҙы дәртләнде­реү, уңыштарын тиҫтерҙәренә күрһәтеү, иң-иң яҡшыларҙы асыҡ­лау. Ә улар беҙҙең лицейҙа бик күп: предмет олимпиадаларында ҡала, зона, республика еңеүселәре булһынмы, төрлө конкурстарҙа урын алһындармы, спорт ярыштарында ҡатнашһындармы йә иһә төрлө эҙләнеү эштәрендә сығыш яһап, үҙ тикшеренеүҙәре һәм асыштары менән баһалама ағзаларын таң ҡалдырһындармы – барыһы ла беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, – ти лицей директоры Дилә Фәтҡуллина.

Ысынлап та, йәш өмөтбаевсылар уҡыуҙа ғына түгел, һәр урында алдынғы булырға тейеш тигән девиз менән белем ала бында һәр кем. Ҡалалағы берҙән-бер башҡорт лицейының яҙыусы һәм публицист Рамаҙан Өмөтбаевтың исемен йөрөтөүе лә оло мәртәбә өҫтәй. Әйткәндәй, йыл һайын яҙыусының тыуған көнө 7 апрелдә уның исемендәге премия тапшырыла.

Тәүге тапҡыр үткән “Йыл уҡыусыһы-2022”  фестивалендә төрлө өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән һәм еңеү яулаған ҡыҙ һәм малайҙар бүләкләнде, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Бағыусыларҙың барыһы ла – ошо белем усағы уҡыусыларының ата-әсәләре, шәхси эшҡыуарҙар. Тимәк, лицейҙа ата-әсәләр, уҡыусылар һәм мәктәп коллективы араһында үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Иң мөһиме – уҡытыусыларға ышанып балаларын алып килгән ата-әсәләрҙең өмөтөн һүндермәй, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, сифатлы белем биреп, оло тормош юлына әҙерләү буйынса барыһы ла эшләнә бында.

“Йыл уҡыусыһы-2022” еңеүсеһе булып IX класс уҡыусыһы Әлмира Ҡаҙаҡбаева танылды. “Йыл асышы” номинацияһында дүртенсе кластан Зәлиә Вәлитова билдәләнһә, йыл спортсылары – Вадим Яҡшымбәтов (XI класс) һәм Гөлдәр Теләүбирҙина (XI класс). “Йыл эҙләнеүсеһе” булып Нәргизә Вәлиева, “Йыл олимпиа­даһы еңеүсеһе” – Вилдан Хәмитов һәм “Иң әүҙем уҡыусы” булып Эльвина Сәйетова танылды. Ә бына илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын үҙендә туплаған Илгизә Ҡолонбаева “Йыл патриоты” номинацияһында еңеү яуланы.

Шулай уҡ ошо уҡыу йортонда бейеү түңәрәге асып, балаларҙы бейергә өйрәткән Закир Үҙәнбаев­тың ғаиләһе махсус премия булдырып, уның улы Фәиз Үҙәнбаев  иң һәләтлеләргә аҡсалата бүләк тапшырҙы.

– Ҡасандыр ошо сәхнәлә атайым ҡуйған бейеүҙәрҙең әле лә баш­ҡарылыуы, ул етәкләгән бейеү ансамбленең эшләп килеүе – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Әгәр риза булһағыҙ, мин атайымдың исемен йөрөткән бейеү ансамбленә яңы бейеү һалырға теләгем бар, – ти Фәиз Закир улы.

Закир Үҙәнбаев мәктәп уҡыусы­ла­рына ғына бейеү серҙәрен өйрәтеп ҡалмаған, ә үҙенең өс улына ла бейеү ҡото һалып киткән. Улдарының өсәүһе лә бейей, аталарының юлын лайыҡлы дауам итә.

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, фестиваль юғары кимәлдә үтте. Ата-әсәләр һәм педагогик коллектив лицейҙа ни тиклем талантлы һәм һәләтле балалар үҫеүенә шаһит булды. Ә бының нигеҙендә уларға бар яҡлап белем биргән һәм үҫтергән, ҡанатлан­дырған, фән тауына әйҙәгән уҡытыусыларының оло хеҙмәте ятыуы бер кемгә лә сер түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, исеме есеменә тап килгән белем усағында милләте­беҙҙең киләсәге тәрбиәләнә.

 

Кәримә УCМАНОВА.

 

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: