«Ашҡаҙар» радиоһы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторған «Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика конкурсының беренсе туры тамамланды.
Бәйгелә ҡатнашырға 114 кеше теләк белдерҙе. Иң күп ғаризалар Өфө ҡалаһынан, Хәйбулла, Баймаҡ, Әлшәй, Ғафури, Ейәнсура райондарынан килгән. Шулай уҡ Ырымбур, Ҡурған, Төмән, Һамар өлкәләренән, Екатеринбург ҡалаһынан да ҡатнашырға теләүселәр бар.
Бәйгеселәр ике төркөмгә бүленә – өс йәштән 30 йәшкә тиклем һәм 30 йәштән өлкәндәр. Конкурсанттар араһында 30 йәштән өлкәндәр күпселекте тәшкил итә. Йыр бәйгеһендә иң йәш башҡарыусы Әйлинә Ҡәйүмоваға – туғыҙ, иң өлкәне – билдәле ғалим, табип Марс Юлдашевҡа – 85 йәш.
«Конкурсанттар киң билдәле башҡорт халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Иң йыш башҡарылған йырҙар – «Шәүрә», «Илсе Ғайса», «Сәлимәкәй», «Ашҡаҙар», «Зөлхизә». Һирәк башҡарылған йырҙар ҙа байтаҡ – «Ҡайынғабаҡ», «Мәндем буйы», «Бибисара», «Һанай һары», «Һыуһар бәйете» һәм башҡалар», – тип белдерҙе «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсында ҡатнашыусылар араһында исемдәре билдәле шәхестәр бихисап. Тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, күренекле драматург Сәрүәр Сурина, телевидение дикторы Эльвира Сәйфуллина, шағирҙар Фәнил Бүләков, Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм башҡалар.
Июнь айында абруйлы баһалама ағзалары бәйгеселәр араһынан 20 финалсыны һайлап аласаҡ.
Күләмле сара I Башҡорт халыҡ йыры фестивале менән тамамлана. Ул 29 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Алты еңеүсе аҡсалата приз менән бүләкләнеп, «Тыңлаусылар һөйөүен яулаған йырсы» ла билдәләнәсәк. Финалға үтеүселәр фонограммаһыҙ сығыш яһарға тейеш.
Фото: literatmuzey.ru