Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Радик Байназаров белдереүенсә, сәйәсәт һәм ауыл хужалығы темалары күңеленә ифрат яҡын булғанға күрә, ошо йүнәлештәрҙә мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп яҙған.
Радик Үзбәк улы “Башҡортостан” гәзите редакцияһына 1989 йылда эшкә урынлашҡан, йәмғеһе 23 йыл хеҙмәт күрһәткән. Гәзиттең тиражы 106 мең данаға еткән 1989 – 1990 йылдарҙы иң күңелле осор тип иҫәпләй, ул саҡта гәзит аҙнаһына алты тапҡыр нәшер ителгән. Уны редакцияға “Ижтимағи-сәйәси тормош” бүлегенә хәбәрсе итеп алалар, аҙаҡтан инде “Ауыл хужалығы” бүлегенә күсерәләр.
– Башҡортостанды арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым, һәр районда һәм ҡалала булдым, мин аяҡ баҫмаған төбәк һирәктер, – тип һөйләй ҡәләмдәшем. – Элек бит командировкалар бер нисә көн һуҙымында барҙы, уның ҡарауы, материалдарҙы шунда уҡ тапшыра торғайныҡ. Ябай кешеләр, тракторсы, комбайнсы, водитель кеүек баҫыу уңғандары, ал-ял белмәгән игенселәр, таш яуып торғанда ла яландан ҡайтмаған малсылар тураһында йыш яҙҙыҡ. Ә ул шулай булырға тейеш тә.
“Башҡортостан” гәзитендә ҡайһы район һәм ҡаланың нисек эшләүен яҡтыртҡан “Абруй-рейтинг” махсус бите даими сыға торғайны. Шул иғтибарға лайыҡ, “Кем нисек эшләй?” рубрикаһында аналитикаға бәйле мәҡәләләр биреү гәзитте уҡымлы итте, тиражды арттырыуға ла көслө йоғонто яһаны.
– Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары өсөн республика семинарҙары ойошторолдо, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Ошо сара көслө умарта күселәй гөжләп торҙо. Кисәгеләй хәтеремдә, ҡайһы бер район йәки ҡала хакимиәттәре башлыҡтары үҙҙәрен артыҡ тәнҡит утына тотмауҙы үтенде. “Беҙгә ҡаты бәрелмәгеҙ инде, киләсәктә барыһын да төҙәтербеҙ”, – тип арттан ҡалмай һорап йөрөй торғайнылар. Бөтә материалдар ҙа нигеҙле булғас, берәүгә лә ярлыҡау булманы, барыһын да ғәҙел һәм дөрөҫ итеп яҙҙым.
- Наилә НУРҒӘЛИНА