26 июндә Башҡортостанда Рәсәй йәштәре көнө билдәләнә. Өфөнөң Ағиҙел яры байрам саралары уҙғарылған төп майҙансыҡ буласаҡ. Байрам көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
– Яр буйы бер нисә тематик зонаға бүленә, уларҙың һәр береһенең үҙ йүнәлеше бар: ваҡиғалар, ижад, спорт саралары. Йәштәр көнөн беҙ министрлыҡтарҙағы коллегаларыбыҙ, вуз ректорҙары советы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойошторабыҙ. Яр буйында үҙенсәлекле фестиваль ойошторорға тырыштыҡ, - тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдуҡ.
Бәләкәй амфитеатр сәхнәһендә йәш ижадсылар, “Студент яҙы” фестивалендә ҡатнашыусылар сығыш яһай, ҡала сығарылыш кисәһе һәм DJ-батл уҙғарыла. Күргәҙмә-интерактив зонала тематик күргәҙмәләр, гейм-майҙансыҡ, страйкбол, лазертаг ойошторола. Ә әүҙем спорт зонаһында теләге булған һәр кем баскетбол уйнай, велосипедта йөрөй, мас-рестлингта, армрестлингта көсөн һынай ала. Республиканың төп юғары уҡыу йорттары яр буйында тирмә ҡора. Уларҙың һәр ҡайһыһында оҫталыҡ дәрестәре, ижади сығыштар, күргәҙмәләр, фото зоналары ҡаралған.
Ҡунаҡтар отош уйындарында ҡатнашып ҡиммәтле бүләк алыу мөмкинлегенә эйә. Иң һуңынан “Торатау” конгерсс-холы янындағы Өфө амфитеатрында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара фестивале була. Сарала Дима Билан менән Сергей Трофимов сығыш яһай.
Әйткәндәй, республиканың ҡала, райондарында ла Рәсәй йәштәре көнө билдәләнә.