Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Август 2022, 22:30

Ҡурайсылар, һеҙҙе бәйге көтә!

Конкурс 16-17 сентябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола.

Ҡурайсылар, һеҙҙе бәйге көтә!
Ҡурайсылар, һеҙҙе бәйге көтә!

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы заявкалар ҡабул итеүен дауам итә. Унда ҡатнашыуға үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Конкурс 16-17 сентябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола.

Сара барышында бынан алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерт буласаҡ.

Ижади бәйге өс йәш категорияһында үткәрелә: 12 йәшкә тиклемгеләр, 12-16 йәшлектәр һәм 16 йәштән өлкәндәр.

Проект ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

Конкурстың ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы йәмәғәт ойошмаһы.

Ғаризалар 10 сентябргә тиклем электрон адрестар буйынса ҡабул ителә: [email protected] , [email protected].

Фото һәм сығанаҡ тексы: Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: