Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 23:58

"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде

Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов “Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсында еңеүсе булды.

"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде
"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде

14 декабрҙә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсының гала-концерты уҙҙы.

Конкурс шағирҙың тыуған көнөндә 12 февралдә башланды һәм өс этапта уҙҙы. Беренсе этапта конкурсанттар ситтән тороп ҡатнашты. Видео яҙҙырып ебәреүҙә 800-ҙән ашыу эш килде. Уларҙың һәр береһен жюри ағзалары ҡараны.

Телевизион конкурстың икенсе этабы 26 августан 25 сентябргә тиклем барҙы. Унда 30 кешене һайлап алдылар. Уларҙың эштәре бер ай дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде. Тамашасылар интернет селтәре аша оҡшаған ҡатнашыусыһы өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса конкурстың финалына 18 ҡатнашыусы үтте.

Гала-концерт театрлаштырылған тамашанан башланды, унда Рәми Ғарипов (шағир ролендә - Артур Кәбиров) шиғырын һөйләне. Уға яуап итеп, өлкәндәр һәм балалар башҡорт теленең һәм халҡының торошо, шағир шулай көткән байрамдың башланыуы һәм республиканың Башҡорт теле көнөн киң билдәләүе тураһында яуап шиғырын уҡыны.

Артабан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаевҡа һүҙ бирелде. "Бөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғариповҡа арналған конкурстың тап бөгөн тамамланыуы менән үҙенсәлекле. Рәми Йәғәфәр улы ғүмере буйы туған теле өсөн борсолған, был уның ижадында сағыла. Тотош республика ижадсыларҙың ижадына үтеп инһен өсөн ошондай шиғри конкурстар үткәрелергә тейеш. Был проекттың артабанғы йылдарҙа ла дауам итеренә ышанам", - тине Урал Таһир улы, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыш теләп.

Гала-концерт ике өлөштән торҙо: беренсе өлөштә ҡатнашыусылар төрлө авторҙарҙың Рәми Ғарипов тураһында яҙған шиғырҙарын һөйләне. Ойоштороусылар конкурс башланғандан алып балл системаһының асыҡлығын күрһәтеү өсөн һәр сығыштан һуң конкурсанттың сығышына баһа бирелде. Жюри баһаһы буйынса, финалдың икенсе этабына 13 ҡатнашыусы сыҡты. Финалда ҡатнашыусыларға Рәми Йәғәфәр улының ете шиғырын тараттылар. Һуңғыһына тиклем тамашасылар һәм ҡатнашыусылар жюри хөкөмөнә тап нимә һөйләргә кәрәклеген белмәйҙәр: йәрәбә туранан-тура сәхнәлә үткәрелде.

Сара барышында Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады хаҡында сайттың презентацияһы уҙҙы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғариповтың балалары Гөлнара Һәм Азамат Ғариповтарҙың ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың сығыштары араһында Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыр китабының исем туйы уҙҙы. Рәсәйҙең һәм донъяның 54 ҡәләм оҫтаһы - халыҡ шағирҙары, профессиональ тәржемәселәр, яҙыусылар союзы ағзалары - был проектҡа ҡушылды һәм әҫәрҙе 45 телгә тәржемә итте. "Туған тел" хәҙер рус, авар, себер, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә яңғырай. Проекттың авторы - шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Жюри һәр ҡатнашыусының балдарын иҫәпләп, йомғаҡ яһағанда тамашасылар алдында ҡурайсы Юлай Ҡасимов, йырсы Сабина Кучаева, йырсы Илнур Рамаҙанов, Айҙар Исхаҡов, Ришат Рәхимов һәм “Тамыр” вокаль ансамбле сығыш яһаны. Бөтә сығыштар ҙа туранан-тура Рәми Ғариповтың ижадына бәйле ине.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-приға Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов лайыҡ булды һәм 100 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Беренсе урынды Мәләүез ҡалаһынан Самир Латипов һәм Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһы-интернаты уҡыусыһы Илназ Исхаҡов яуланы. Ике конкурсант та 70 000 һумлыҡ сертификат алды. Икенсе урынды Күгәрсен районынан Илүзә Ҡыҙрасова, Мәләүез ҡалаһынан Эльза Үмәрғәлина, Илеш районынан Гүзәл Саҙретдинова һәм Бөрйән районынан Рәғиҙә Истәкова алды. Уларҙың һәр береһенә 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Өсөнсө урынға Архангел районынан Нәркәс Ғайсарова, Илеш районынан Даяна Нурисламова, Миәкәнән Азалина Сафиуллина, Мәләүез ҡалаһынан Тәнзилә Малабаева, Өфө ҡалаһынан Әҡлимә Билалова Һәм Әбйәлил районынан Илгизәр Ҡудашев лайыҡ булды. Жюри уларға 30 000 һумлыҡ сертификаттар бүләк итте. Икенсе турға үтмәгән дүрт ҡатнашыусыға – Хәйбулла районынан Әминә Билалова, Салауат районынан Рузанна Закирова, Благовар районынан Земфира Хәмиҙуллина Һәм Яңауыл районынан Әминә Әхәтоваға 10 000 һумға сертификаттар тапшырылды.

Сараға инеү бушлай булды, сөнки проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Сараны Башҡортостан юлдаш телеканалы аша 14 декабрҙә 23.00 сәғәттә һәм 18 декабрҙә 17.00 сәғәттә ҡарарға мөмкин.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, “Башҡортостан Республикаһы сәсәндәр үҙәге” фольклорҙы үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы, “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

 

"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде
"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде
"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде
"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде
"Минең Рәми" еңеүселәре билдәләнде
Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас