Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Декабрь 2022, 19:01

Баш ҡалабыҙ һүҙ оҫталарын йыйҙы

Ойошма идараһына хәҙер яңы рәйес етәкселек итә.

Үткән йомала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ултырыштар залында республика Яҙыусылар союзының XIX съезы булды. Яҙыу оҫталары үтәлгән эштәрҙе барларға, идара рәйесен һәм идараның яңы составын һайларға йыйылды. Сара барышында ойошма эшмәкәрлегенең артабанғы йүнәлештәре буйынса ла фекер алышыуҙар булды.

Ҡоролтай бинаһында байрамса йәнлелек хөкөм һөрә. Күптән күрешмәгән яҙыусы-шағирҙар бер-береһен ихлас сәләмләй, съезд алдынан бер аҙ фекер алыша, уйҙары менән уртаҡлаша. Йөҙҙәрҙә күтәренкелек, ҡәнәғәтлек сағыла.

...Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне. Ул съезды республиканың йәмәғәт тормошондағы мөһим ваҡиға тип билдәләне.

– Республика етәкселеге Яҙыу­сылар союзының эшмәкәрлегенә төрлө  яҡлап булышлыҡ итә. Йыл һайын билдәле яҙыусыларҙың юбилейҙарына арналған саралар үтә. Әйтәйек, быйыл дәүләт кимә­лендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәләнде. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүрҙең – 85, Хәсән Назарҙың – 80 йәше, Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәше билдәләнде. Былтыр Башҡортос­тан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында беренсе тапҡыр “XXI быуат яҙыусылары” төбәк-ара форумы үтте, – тине К. Толкачев.

Һуңғы йылдарҙа яҙыусылар республиканың бар мөһим ваҡиға­ларына ла тиерлек әүҙем йәлеп ителә. Мәҫәлән, һабантуйҙар ваҡы­тында райондарға яҙыусылар ебәреү тәжрибәһе яңыртылды. Силәбе өлкәһендә эшләп килгән башҡорт һәм татар яҙыусыла­рының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе, Пермь башҡорт әҙәби берекмәһе, Екатеринбургтағы әҙәби берекмә уңышлы эшләй. Республикала Күмертау, Баймаҡ, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Учалы яҙыусылар бер­ләшмәләренең дә эше әүҙем бара. Быларҙың барыһы хаҡында ла К.Б. Толкачев телмәрендә әйтеп үтте.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, был вазифалағы биш йыллыҡ хеҙ­мәтенең һөҙөмтәләрен йомғаҡ­лап, республиканың әҙәби тормошон­дағы мөһим ваҡиғаларға туҡталды. Был исемлектә – Шәйехзада Ба­бичҡа һәйкәл ҡуйыу, Рауил Бикбаевтың “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” моногра­фияһын баҫтырыу, Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар, уның “Туған тел” шиғырының донъя халыҡтарының 45 теленә тәрже­мәләре менән донъя күргән китап. “XXI быуат яҙыусылары” форумынан һуң 10 авторҙың әҫәрҙәре, рус теленә тәржемә ителеп, “Созидающее слово” йыйынтығы баҫылып сыҡты. Башҡортостан әҙәбиәте тарихында тәүге тапҡыр Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 12 томлыҡ әҫәрҙәре донъя күрҙе. Был – башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә.

Съезд барышында төрлө тәҡдим­дәр яңғыраны. Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусы­һы Таңсулпан Ғарипова уртаҡ фекер белдерҙе: йәш яҙыусыларҙың ижади командировкаларын терге­ҙеү­гә мохтаж­лыҡ бар. “Үҙ ваҡы­тында мине ике йылға колхозға командировкаға ебәрҙеләр. Был сәфәр булмаһа, мин “Бөйрәкәй” романын һәм “Аҡ тирәк” пьесаһын яҙмаған булыр инем”, – тине Таңсулпан Ғарипова.

Билдәле шағирә Лариса Абдуллина йәш авторҙарға күберәк иғти­бар бүлергә, “Шоңҡар” студенттар ижади берекмәһенең эшен әүҙем­ләштерергә, республика яҙыусыла­рының әҫәрҙәрен төрлө телдәргә тәржемә итергә өндәне. Шулай уҡ билдәле шағир, яҙыусы, драматург, “Ағиҙел” журналының баш мөхәр­рире Мөнир Ҡунафин баҫманың киләһе йылда билдәләнәсәк 100 йыл­лығына әҙерлек тураһында һөйләне һәм “Ағиҙел”дең һәр баш­ҡорт яҙыусыһының өҫтәлендә ятыр­ға тейешлеген айырыуса билдәләне. Ғалим-педагог, әҙәби тәнҡитсе, шағир Фәнил Күзбәков иһә ижадташтарын бер тулҡында, татыу йәшәргә һәм эшләргә, халыҡты, телде һәм Тыуған илде һаҡлау өсөн берҙәм булырға саҡырҙы.

Съездың көн тәртибендәге төп һорауҙарҙың береһе ижадсылар берлегенең яңы рәйесен һайлау ине. Был вазифаға өс кандидат бул­ды: Флүр Ғәлимов, Ринат Камал, Айгиз Баймөхәмәтов. Һәр ҡай­һыһы сығыш яһап, үҙҙәренең эш программаһы менән таныштырҙы. Флүр Ғәлимов, коллегаларын Айгиз Баймөхәмәтовҡа тауыш бирергә саҡырып, үҙенең кандидатураһын алды.

Ә инде иҫәпләү комиссияһы тауыш биреү һөҙөмтәләрен барлағас, шул билдәле булды: яҙыусылар ойош­маһының рәйесе итеп күпсе­лек тауыш менән йәш, популяр яҙыу­сы Айгиз Баймөхәмәтов һай­ланды.

Съезд ҡыуаныслы ваҡиға — республика яҙыусыларын бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Маҡтаулы исемдәр араһында иң мәртәбәлеләргә – Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы исеменә Әмир Әминев, Флүр Ғәлимов, Ринат Камал, Камил Йыһаншиндар лайыҡ булды, ә телем, халҡым, илем тип йән атып йәшәгән һәм эшләгән Гүзәл апай Ситдиҡова – Башҡортостандың халыҡ шағиры. Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған әҙиптәрҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡотланы.

Бынан тыш, бихисап яҙыусы, ша­ғирҙар башҡа төрлө награда­лар­ға лайыҡ булды. Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Хәсән На­зар­ға – “Башҡортостан Республи­каһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн”, Зөһрә Ҡотлогилдинаға, Зәки Әлибаевҡа – Салауат Юлаев, Фәрзәнә Аҡбулатоваға Халыҡтар дуҫлығы ордендары тапшырылды. “Һәнәк” журналының баш мөхәр­рире Миләүшә Ҡаһарманова Баш­ҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың, Мәҙәниәт министр­лы­ғының баһаһына лайыҡ бул­ғандар билдәләнде. Лилиә Ҡә­йепова, Рә­шит Зәйнуллин, Рәшиҙә Бикмәтова, Фәнис Янышев, Владимир Кузь­ми­чевҡа “Башҡорт­остандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙиптәре­беҙҙең барыһын да ихлас ҡотлай­быҙ, артабан да уңыш­тар теләйбеҙ. Съезда яңғыраған фекерҙәр тормошҡа ашырылһын, яңынан-яңы күркәм эштәр башҡа­рылһын!

 

Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ шағиры:

– Был яҙыусыларҙың традицион съезы, йәғни йыйыны. Төп маҡсаты – үткән эштәргә йомғаҡ яһау, әҙәбиәт тормо­шондағы уңыштарҙы, ҡаҙаныш­тарҙы барлау, киләсәккә ҡарап фекер йөрөтөү, яңы маҡсат­тарҙы билдәләү һәм, әлбиттә, Яҙыусылар союзының эшен артабан йәнләндереү өсөн фекер алышыу. Иң ҙур әһәмиәте – ижадсыларыбыҙҙың бергә йыйылыуы, аралашыуы, бер-береһен күреп фекер алышыуы.

Өлкән быуын яҙыусыларҙы күреү, уларҙың иҫән-һау булып, ижад итеүҙәрен белеү күңелгә рәхәт. Йәштәрҙең, урта быуын вәкилдәренең бик дәртләнеп ижад итеүе лә шатлыҡлы күренеш. Ошолар күңелгә айырыуса байрам кәйефе бирә.

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: