Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2022, 22:10

Беҙҙең лауреаттар

Түбәндәге авторҙар һәм ижади хеҙмәткәрҙәр “Башҡортостан” гәзитенең 2022 йылғы лауреаттары тип билдәләнде:

ТОЛОМҒУЖИН Зөфәр Ғәли улы, яҙыусы – солоҡсолоҡ буйынса көнүҙәк мәсьәләләргә арналған аналитик яҙмалары өсөн;

ШӘМСЕТДИНОВА Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары һәм Халыҡ-ара әҙәбиәт фонды ағзаһы – фәлсәфәүи йөкмәткеле, уҡымлы парсалары өсөн;

ҠӘЙҮМОВА Динара Салауат ҡыҙы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш мөхәррире – замандаштарыбыҙға арналған фәһемле публицистик яҙмалары, әңгәмәләре  өсөн;

МУСИНА Рәмилә Моҡтасип ҡыҙы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһының бүлек мөдире – республикабыҙҙың район һәм ҡалаларын байҡап, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарын әүҙем яҡтыртҡаны өсөн.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас: