Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2022, 22:46

Әсәһе лә, ҡыҙы ла, ҡустыһы ла ошо йылда тыуған

Барыһын да сәнғәткә һөйөү берләштерә.

Гөлшат Ғайсинаның шәхси архивынан.
Фото:Гөлшат Ғайсинаның шәхси архивынан.

Ҡуян йылы – мөсәл иҫәбендә Барыҫ йылынан һуң һәм Аждаһа йылы алдынан килгән дүртенсе йыл. Белеүебеҙсә, ҡуян – йомшаҡ, ап-аҡ, наҙлы, шул уҡ ваҡытта сос, етеҙ һәм шәп йәнлек. Ә был йылда тыуғандар үҙҙәре ниндәй һуң? Ошо хаҡта һөйләүен һорап, киләһе йыл хужаларының береһе –  Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, йырсы, ҙур талант эйәһе Гөлшат Ғайсинаға мөрәжәғәт иттек.

Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина – баш ҡала ҡыҙы. Бәләкәй сағынан ул сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ. Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем алғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Ҡужина ла уға “һин мотлаҡ актриса булырға тейешһең” тип әйтә торғайны.

Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Гөлшат Ғайсина З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инде. Уның Н. Асанбаевтың “Ҡыңғырау сәскә”һендә – Гөлдәр, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында – Йәмилә, “Беҙҙең өйҙөң йәме”ндә – Оксана, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә – Диләфрүз, “Прометей”ҙа – Агазия һәм башҡа ролдәрҙә уйнауын тамашасылар бик яратты.

Өҫтәүенә, ул – бына тигән йырсы ла, “Йәшлек йыры”, “Аманат-шоу”, “Актер йыры” конкурстары лауреаты. Бынан тыш, театр ҡарамағында уның балалар мюзиклы студияһы ла уңышлы эшләй. Былтыр уға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән мәртәбәле исем бирелде.

 – Әсәйем, үҙем, ҡустым һәм ҡыҙым Элина Ҡуян йылында тыуғанбыҙ. Шуға мин ошо йылда тыуғандар тураһында үҙемә генә түгел, яҡындарыма ҡарап та фекер йөрөтә алам. Миңә ҡалһа, был йылда донъяға килгәндәр нескә күңелле, мөләйем, яғымлы, һиҙгер, наҙлы, хис-тойғоға бай, һөйкөмлө, мәрхәмәтле, баҫалҡы һәм ҡайһы саҡ ҡыйыуһыҙ,  – тине Гөлшат Ғайсина.  – Үҙемә килгәндә, Ҡуян йылын бик яратам һәм уға бары яҡты өмөттәр бағлайым. Алла бирһә, йыл һәйбәт килһен, тыныслыҡта, муллыҡта, шатлыҡта һәм бәхеттә йәшәргә насип итһен.

Гөлшат Риф ҡыҙының әсәһе Альбина Әхкәм ҡыҙы – һөнәре буйынса филолог, ғүмере буйы китапханасы булып эшләне. Тап ул балаларына бәләкәй саҡтан йыр-моң, сәнғәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт донъяһына һөйөү тәрбиәләп үҫтергән. Гөлшаттың ҡустыһы Морат Ғайсин да, ҡасандыр ихлас, матур тауышы, моңло йырҙары, ҡурайҙа, баянда өҙҙөрөп уйнауы менән илаһи сәнғәт донъяһына килеп инеп, уға яңы һулыш, нур өҫтәгәйне. Уның Ҡазанда йәшәп ижад итеүенә лә 12 йыл булды инде. Ул ике республиканы берҙәй яҡын күреп, икеһенә лә хеҙмәт итә. Йырҙары Башҡортостандың “Юлдаш” һәм Татарстан радиоларында яңғырай. Бынан тыш, “Юлдаш” радиоһы һәм “Ҡурай” музыкаль телеканалы етәкселәре саҡырғанда бик теләп Өфөләге концерттарҙа ла ҡатнаша. Морат яҙған йырҙарын Башҡортостан йырсылары ла, Татарстан артистары ла башҡара. Өфөлә уларҙы Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина, Фәриҙә Ғаззалова, Алина Дәүләтханова, Рөстәм Шаһыбалов, Искәндәр Ғәзизов, Сәйет Билалов, Әнүәр Нурғәлиев, Ришат Төхвәтуллин һәм башҡалар тамашасы хөкөмөнә сығара, ә Ҡазанда Зәйнәп Фәрхетдинова, Рәсим Низамов, Гүзәл Уразова, Илдар Хәкимов, Ландыш Ниғмәтйәнова, Иркә һәм башҡа бик күп йырсылар үҙ репертуарына индергән. Шулай итеп, Ҡуян йондоҙлоғонда тыуған апай менән ҡусты айырмаһы – 12 йыл.

Гөлшат Ғайсинаның ҡыҙы Элина 23 йәштә. Ул Францияның Ницца ҡалаһында София Антиполис университетында белем алған. Иҡтисад һәм менеджмент буйынса махсуслашҡан. Ул әле ошо илдә эшләй һәм йәшәй.

 – Һалҡынды яратмайым, йылы йәй, яҙ миҙгелдәре оҡшай, әммә ҡышын да шатлыҡлы мәлдәр булырға тейештер бит, – ти Гөлшат Ғайсина. – Рәсәйҙә Петр I батша Яңы йыл байрамын барлыҡҡа килтергән. Йылы көндәрҙе яратҡандарға ошо йәмле сараһыҙ ҡыш бигерәк күңелһеҙ булыр ине. Яңы йыл – ололар өсөн дә, балалар өсөн дә матур байрам. Бала саҡҡа ҡайтара. Һәммәһенә лә етеп килгән Ҡуян йылы айҡанлы һаулыҡ, тыныслыҡ, мөхәббәт, бәхет, ғөмүмән, иң изге теләктәр юллайым.

Ҡуян йылында тыуған Гөлшат Ғайсина бигерәк туған йәнле. Бәләкәй сағынан ул ҡустыһы Моратҡа күҙ-ҡолаҡ, терәк һәм кәңәшсеһе булып өйрәнгән. Әле лә шулай. Өҫтәүенә, хәҙер хаҡлы ялдағы әсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Ире Айрат та – ныҡлы таянысы. Ул театрҙа тауыш операторы булып эшләй. “Яҡындарым – төп таянысым, улар һәр саҡ минең тәнҡитселәрем дә, һәр сығышымды күҙәтеп баралар, фекерҙәрен, теләктәрен еткерәләр”, – ти Гөлшат Ғайсина.


Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: