Ҡылған ҡуян ҡылыҡты
Ҡыҫҡа ҡойроҡ ҡарт Ҡуянбай,
Ҡарсығы Ҡуянбикә
Ҡәтғи ҡарар ҡылдылар
Ҡышларға ҡайынлыҡта.
Ҡыбырламай, ҡул ҡаушырып
Ҡалмаҫҡа, ҡыр – ҡытлыҡҡа,
Ҡабалан ҡыйыҡ – ҡаралты
Ҡайғырттылар ҡышлыҡҡа.
Ҡараманан ҡаҙыҡ ҡағып,
Ҡыуыш ҡорҙо Ҡуянбай,
Ҡабырғалары ҡабыҡтан,
Ҡыйыҡ ҡоро ҡамыштан.
Ҡуянбикә ҡаҙан ҡуйып
Ҡайнатты ҡатыҡ ҡойоп,
Ҡайнар ҡояш ҡыҙыуында
Ҡаҡланы ҡаты ҡорот.
Ҡалын ҡара ҡалайға
Ҡаҡ ҡойҙо ҡарағаттан,
Ҡайнатмалар ҡайнатты
Ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡтан.
Ҡарабойҙай ҡурмасы ла
Ҡарсыҡ ҡыҙҙырып ҡуйҙы,
Ҡаҙандың ҡалған ҡуҙында
Ҡаҡынан ҡоймаҡ ҡойҙо.
Ҡарайһа ла ҡул, ҡолаҡтар
Ҡаҙандың ҡоромона,
Ҡарт Ҡуянбикә ҡәнәғәт,
Ҡуянбай ҙа ҡыуана.
Ҡуйы ҡаймаҡлап ҡоймаҡты
Ҡабалан ҡапҡылағас,
Ҡуянбай ҡарт ҡыуал ҡырҡып
Ҡуйҙы ҡармаҡ, ҡалҡыуыс.
Ҡурғаш та ҡулайлап ҡуйғас
Ҡармаҡлы ҡыуалына,
Ҡуҙғалды ҡыйыу Ҡуянбай
Ҡаҫмарттың ҡултығына.
Ҡармағына ҡаптырмаҡсы
Ҡыҙылғанат, ҡыҫала.
Ҡышҡылыҡҡа ҡаҡлап ҡуйыр -
Ҡырын ҡалмаҫ ҡушымта.
Ҡуянбикә лә ҡуҙғалды
Ҡапма-ҡаршы, ҡулҡыға,
Ҡуҙғалаҡ ҡараштырырға,
Ҡуянтубыҡ ҡаҙырға.
Ҡармағын ҡулайлап ҡуйғас
Ҡуянбай ҡумырыҡҡа,
Ҡырынайҙы ҡыҙынырға
Ҡаҫмарттың ҡырсынына.
Ҡаршылағы ҡамышлыҡта
Ҡанат ҡағынды ҡауҙы,
Ҡошҡа ҡарап Ҡуянбай ҙа
Ҡанатланды. ҡыуанды.
Ҡапыл ҡарға ҡарҡылдауға
Ҡолаҡ ҡарпайтты ҡуян,
Ҡомдан ҡалҡынып ҡаранды
Ҡылыйгүҙ ҡурҡып ҡына.
Ҡулҡы ҡырында, ҡыуаҡта
Ҡыймылданы ҡарасҡы,
Ҡурҡышынан Ҡуянбайҙын
Ҡот-ҡобараһы ҡасты.
Ҡапыл ҡуҙғалып ҡойондай,
Ҡом, ҡырсынташ ҡуптарып,
Ҡуян ҡасты ҡайынлыҡҡа,
Ҡысҡырып: - Ҡотҡарығыҙ!
Ҡалтыранып, ҡаны ҡатып
Ҡыуышына ҡоланы,
Ҡабалан ҡымтып ҡыҫтырҙы
Ҡыуышының ҡорғанын.
Ҡайҙандыр Ҡуянбикәһе
Ҡысҡырҙы: - Ҡуянбайым!
Ҡаршыла Ҡупшыбикәңде,
Ҡайҙаһың, ҡартыҡайым?
- Ҡомһоҙланып ҡутараһы
Ҡуянтубыҡ ҡаҙғанмын,
Ҡулҡылағы ҡыуаҡлыҡта
Ҡараңғыға ҡалғанмын.
- Ҡурҡҡанға – ҡуш, ҡаушаған
Ҡуян ҡыуыштан ҡалҡты,
Ҡарсығынан ҡурҡып ҡасҡан -
Ҡылған ҡуян ҡылыҡты!
Авторы - Фәниә Ғәйнуллина.
Фото: foto-ram.ru