Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ғинуар 2023, 09:00

Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны

Хәйбулла районында "Һаҡмар моңдары" башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте

Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны
Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны

Күптән түгел Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда “Һаҡмар моңдары” башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы үткән. Ул бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл да Хәйбулланың төрлө ауыл биләмәләренән бихисап йырсылар ҡатнашҡан. Зал тултырып йыйылған тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштарға күмеп, улар менән бергә ретро йырҙарҙы ҡушылып йырлаған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гран-приға Ҡараһыу ауылынан Ғәрифә Исҡужина лайыҡ булған. Еңеүсегә Антингән ауыл биләмәһҽ башлығы Айнур Юнысов махсус призын тапшырған. Беренсе урынды Әбүбәкер ауылынан Хәсән Билалов алһа, тамашасы һөйөүенә Ивановка ауылынан Хәкимйән Байсурин лайыҡ булған. "Иң оло башҡарыусы"- Атингән ауылынан Ишбирҙе Азаматов булһа, "Иң йәш башҡарыусы" номинацияһына Мәмбәттән Наил Ҡарабаев танылған.

Ҡышҡы һыуыҡ көндәргә ҡарамай, йәмле Һаҡмар буйынса үткән йыр байрамы һәр кемдең күңелдәрен күтәреп кене ҡалмаған, олораҡ быуынды бер аҙға булһа ла йәшлек йылдарына алып ҡайтҡан.

Фото: Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йорто.

Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны
Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны
Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны
Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” яңғыраны
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: