"Беренсе канал"дың “Аш бүлмәһендә бөтә ил менән йырлайбыҙ” тигән проекты бик ҡыҙыу барҙы һәм унда Башҡортостан вәкилдәре лә һынатманы. Бөрө ҡалаһынан 91 йәшлек Валентина Петровна һәм Кулагиндар ғаиләһе, ысынлап та, тотош илде йырлатты.
Әйткәндәй, мәртәбәле бәйгенең финалына биш коллектив үтте. Улар араһында Бөрөнән Кулагиндар ғаиләһе лә булды.
Финал өс өлөштән торҙо. Был юлы берәү ҙә өҫтәл янында йырламаны, ә сәхнәлә аяғөҫтө баҫып тороп таланттарын күрһәтте. Яҡташтарыбыҙ “На тропинке” тигән йырҙы башҡарҙы. Икенсе этапта иһә коллективтың солистары сығыш яһаны. Бында инде Валентина Кулагина таҡмаҡтар әйтеп, барыһын да хайран ҡалдырҙы.
Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса суперфиналға Соляковтар һәм Кулагиндар ғаиләләре сыҡты.
Бәйгенең өсөнсө этабында ғаиләләр “Шумел камыш” һәм “Ах ты, степь широкая” йырҙарын яңғыратты. Ахырҙа ике ғаилә лә еңеүсе булды.
Яҡташтарыбыҙҙы шундай мәртәбәле конкурста ҙур еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Фото: Бөрө ҡалаһы хакимиәте.