– Ауыҙ тултырып ит ашар көн булырмы-юҡмы, – тип һуҡранды ҡарт, ҡалағы менән шыйыҡ өйрәһен болғата-болғата.
– Быҙау алып үҫтерәйек, – тип элеп алды сәй әҙерләп йөрөгән ҡарсығы. – Нисек тә ҡарарбыҙ әле, малһыҙ донъяның рәте юҡ, бер бешерерлек кенә ит ҡалды бына.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Йәйге йәмле кистәрҙең береһендә уларҙың ихатаһында бер йәшлек башмаҡ пәйҙә булды. Байтаҡ бурысҡа батһалар ҙа, ҡарт менән ҡарсыҡтың ҡыуанысы ҙур ине. Был шатлыҡты көндән-көн арта барған мәшәҡәттәр ҙә һүрелтә алманы. Ҡартҡа көн тәртибен киҫкен үҙгәртергә тура килде. Әбейе менән ике сәғәт һайын яйлап ултырып сәй эсеүҙәрҙе, йәштәштәре менән эскәмйәгә теҙелешеп ултырып гәп һатыуҙарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Хәҙер иртән тора ла, балтаһын ҡыҫтырып, ут күршеһе Вәзиргә инә. Аҙна-ун көн эсендә мунса бурап, иҙән-түбәһен түшәп, мейесен ултыртып ҡуйҙылар. Сиратта Хәйбулланың йортона төкәтмә бурау, унан Сәлихтең аҙбарын рәтләү бурысы тора. Барыһы ла мал аҙығы хаҡына инде. Биш һыйыр тотҡан Вәзир – ике сана бесән, ырҙын табағы мөдире Хәйбулла центнерлап иген, комбикорм вәғәҙәләй, Сәлих көтөүгә сығырға ризалашты.
Кис тә тынғы юҡ. Көтөүҙән ҡайта белмәгән башмаҡты эҙләп хәлдән тая. Тапһа ла ҡасыу яғын ғына ҡараған мал менән ярышыу етмеш йәшлек бабай файҙаһына түгел. Ғәжәп, юғары ҡан баҫымынан, баш ауыртыуҙан, йөрәк өйәнәгенән яфаланған ҡарт ауырыуҙарын бөтөнләй онотто – уның дауаланырға ваҡыты ла ҡалмағайны.
Башмаҡты Яңы йыл алдынан ғына һуйҙылар.
– Ите матур күренә, тас май, шул хәтлем ҡарауға ни, – тип һөйләнде ҡарт ҡәнәғәтлек менән. Мал һуйышырға ҡайтып төшкән балалары, тағанға эленгән түшкәләрҙе һыйпап, ярыша-ярыша баш ҡаҡты. Ҡарт уларға тәү күргәндәй ҡарап ҡуйҙы. Ҙур ғына икән дә уның ғаиләһе. Ана бит, өс ҡыҙы, ике улы хәләл ефеттәре, балалары менән килеп еткән. Өйгә лә һыймайҙар хатта. Ҡарсығының да, үҙенең дә юбилейына ла был тиклем йыйылмағайнылар. Балаларына аҡыл ултыра, тимәк, ата-әсәне ҡәҙерләргә кәрәклеген аңлағандар.
Ҡарттың күңелен ғорурлыҡ хисе биләне. Ул эргәһенә килеп баҫҡан, быйыл ғына пенсияға сыҡҡан оло ҡыҙының арҡаһынан һөйөп алды.
– Ейәнең кәләш алам ти бит, атаҡайым, туйға аҡса еткерә алмай хитланабыҙ, берәй бот ит һатып алырға ине лә... – Ҡыҙы һүҙен дауам итә алмай танауын тартты, ҡулъяулығы менән күҙ тирәһен һөрткөләне.
– Бәй, ниндәй һатып алыу, ти, ул, – ҡарттың кәйефе боҙолдо. – Алып китегеҙ бер ботон, аҡсаһы ла кәрәкмәй.
Ҡапыл урамда тауыш ҡупты, бер аҙҙан оло килене кәртәгә һөйәлеп шарылдап илап ебәрҙе.
– Итһеҙ нисек ҡыш сығырбыҙ икән тип ҡайғыра, икебеҙҙең дә эш хаҡын ҡыҫҡарттылар бит, кризис, – тип ғәйепле төҫ менән аңлатты улы.
Ҡарт сығырынан-сыҡты:
– Артҡы ботон һал машинаңа, тапҡанһығыҙ ҡайғырыр нәмә!
– Атай, эсәк-бауырын арттыр әле, унан бешерелгән бәлеш бигерәк тәмле була, киленең ҡойҡаһын ярата, баш-тояғын да алып китһәк инде? – Кинйәһе һораулы ҡарашын төбәп торҙо ла өҫтәп ҡуйҙы. – Алған бөтә эш хаҡы фатирға түләүгә китеп тора шул, үҙебеҙ алыр инек тә.
Ҡарт ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы...
– Ауыҙ тултырып ит ашап булырмы бер, юҡмы? – Тәрилкәһенән бәләкәй генә ит киҫәге тапҡан ҡарт һуҡранып ҡуйҙы.
– Быҙау алып үҫтерәйек, бер бешерерлек кенә ит ҡалды, – тип эләктереп алды ҡарсығы, унан ҡартының асыулы ҡарашын шәйләп, өҫтәргә ашыҡты. – Икәүҙе алайыҡ, нисек тә ҡарарбыҙ әле!..
- Марат ӘМИНЕВ