Иртәгә, 21 февралдә, Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда «Беҙҙең геройҙар өсөн» концерты ойошторола. Ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала.
Программала «Гармония» академик йыр студияһы, «Умырзая», «Сударушка» халыҡ вокал ансамблдәре, «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле, «Голоса друзей» эстрада йырҙары студияһы, «Cелтәр» башҡорт милли кейеме студияһы, «Инь-Янь» бейеү студияһы, «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Тинтино» балалар йыр театры, Гөлназ Фәхертдинова һәм башҡалар ҡатнаша.
Концертты саҡырылған ҡунаҡтар – Зилә Лира, Ян Лира, Зилиә Бәхтиева һәм Марсель Ҡотоев башҡарған йырҙар биҙәр.
Тамаша киске сәғәт 6-ла башлана, инеү бушлай. Республика халыҡ ижады үҙәге йыр-моң яратыусыларҙы мәҙәниәт йортонда көтөп ҡала.
Фотоларҙа: “Ауаз” фольклор ансамбле; “Аманат” бейеү ансамбле; З.Бәхтиева.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән.