Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Февраль 2023, 15:05

“Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым”

Назар Нәжми, Рим Хәсәнов һәм Фидан Ғафаров – үҙе бер дәүер.

Назар Нәжмиҙең ғаиләһе: кейәүе Ирек Әбделнәғимов, ҡыҙы Алһыу Нәжметдинова, бер туған ағаһының ҡыҙы Лена Нәжметдинова, ейәне Ансаф Әбделнәғимов.
Назар Нәжмиҙең ғаиләһе: кейәүе Ирек Әбделнәғимов, ҡыҙы Алһыу Нәжметдинова, бер туған ағаһының ҡыҙы Лена Нәжметдинова, ейәне Ансаф Әбделнәғимов.

Яугир-шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулды. Уның тыуған ерендә – Дүртөйлө районында билдәле шәхескә арналған тантаналы саралар хаҡында репортаж гәзиттә донъя күрҙе. Бөгөн шул теманы дауам итеп, мәҡәләгә инмәй ҡалған мәғлүмәттәр, тәьҫораттар менән уртаҡлашабыҙ. 

 

Туған йәнле ағай

 

Ғәмәлдә беҙгә, “Башҡортостан” гәзите журналистарына, Назар Нәжмигә бағышланған сараларҙа ҡатнашырға һәм уның тормошо менән яҡынданыраҡ танышырға насип булды.

Ысынлап та, дүртөйлөләр Назар Нәжмиҙе яратыуы һәм уның ижадын өйрәнеү, үҫеп килгән быуынға еткереү өсөн ҙур эш башҡара. Назар Нәжмиҙең тыуған ауылы Ми­ңеш­телә бынамын тигән йорт-музей эшләй. Ул Ағиҙел йылғаһының текә ярында урынлашҡан. Шағир­ҙың ошо йылғаға арнап бик күп шиғырҙар яҙыуы ла тыуған еренә һөйөү сағылышын кәүҙәләндерә. “Ағиҙелдә аҡ томан”, “Ағиҙел аша” йырҙары ла уның һүҙҙәренә яҙыл­ған бит.

Назар Нәжмигә йорт-музейҙы район хакимиәте төҙөп биргән. Йырсы унда ике йыл ғына йәшәп өлгөрә... Музейҙың торошо тура­һын­да Миәҙәк ауыл биләмәһе баш­лығы Александр Ишалин һөйләне.

– Назар Нәжмиҙең йорт-музейы республика һәм район бюджеттары иҫәбенә тотола. Уның штаттағы хеҙмәткәре – музей методисы Жәлил Сабиров ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, йортто тәртиптә тота. Делегация йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Мәктәп уҡыусылары йыш килә. Уларҙы ҡаршылап, йортто күрһәтеп, Назар Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлы менән таныш­тырабыҙ. Һәр ҡунаҡ бик ҡәнәғәт булып ҡайта, – тине ул.

Беҙҙе лә Жәлил Сабиров музей, унда булған экспонаттар, шағирҙың тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге менән ентекләп таныштырҙы. Рәзиф Зөбәйеров шағир хөрмәтенә яҙған шиғырын һөйләне. Назар Нәжмиҙең бер туған ағаһының ҡыҙы Лена Карам ҡыҙы Нәжмет­динова иһә шағирҙың шиғырын уҡып ишеттерҙе. Йырсының яҡташы, Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов “Ҡандаулы тау” йырын башҡарҙы. Әйткәндәй, Радиктың репертуарында Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙар байтаҡ.

Мөмкинлектән файҙаланып, Лена Карам ҡыҙынан Назар Нәжми тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

– Назар Нәжми – атайымдың бер туған ҡустыһы, шуға ла уны бәләкәйҙән беләм. Ул мине русса өйрәтергә тырышты, шуға ла үҙе Сергеевка ауылына ялға ҡайтҡан сағында палатала торҙо, ике туған апайым Рәдиә менән (ул хәҙер Пермдә йәшәй) беҙҙе Ефим исемле бакенсыға урынлаштыра ине, йәғни уның Ольга исемле ҡыҙы менән бергә йәшәнек. Һөҙөмтәлә мин, рус теле факультетын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем.

Назар ағай Миңештегә ҡайтҡас, уның эргәһендә йыш була торғай­ным, сөнки ул яңғыҙы ине, ғаиләһе – Өфөлә. Шәмбе етһә: “Ҡасан киләһең?” – тип шылтыратыр ине. Шулай йөрөй торғас, ул: “Миңеш­тегә ҡайтаһыңмы әллә? Һиңә эш табабыҙ”, – тине.

Ул минең өсөн атай урынына ҡалған кеше булды. Һәр ваҡыт ярҙам итеп йәшәне, балаларыма ла, үҙемә лә. Яңауылда йәшәй инек. Тормош иптәшем вафат булғас: “Ҡайт, унда бер үҙең ятма”, – тине. Ул ваҡытта, 1985 йылда, Дүртөйлөгә ҡайттым. Миңә фатир алып биреүҙә ярҙамлашты. Бына шулай ныҡ туған йәнле булды, беҙҙе тупларға тырышты.

 

Шағир булмаһа, йырсы булыр ине

 

Нәжметдиновтарҙың уртансылары – Ғиләж Ржев алышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған. Уның етем ҡалған дүрт балаһын атайым менән икәүһе ҡарап үҫтерҙеләр. Назар ағай аҙна һайын посылка һала ине: уҡыу әсбаптары, дәфтәрҙәр, ҡәләмдәр, галстуктар. Ул саҡта беҙҙең атай ауыл советы рәйесе булып эшләй ине. Бына шулай дүрт баланы тәрбиәләп үҫтерҙеләр, барыһы ла яҡшы тәрбиә алды: Ғиләж ағайҙың ҙур улы алыҫҡа йөҙөү командиры булды, ҡалғандары – техник инженерҙар.

Һуңғы ике йылда Миңештелә йәшәне. 1999 йылдың авгусында Дүртөйлө дауаханаһына килде. Хәҙер был турала ентекләп һөйләй алам. Ул сирләй ине. Төндә мине уятты: “Һеңлем, тор әле...” – тине. Мин шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырттым. Назар ағайҙы Дүртөйлө дауаханаһына алып киттеләр. 27 августа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Сания Шәһәрова Дүртөйлөгә уҡытыусылар конфе­ренцияһына килде. Шул саҡта ул дауаханаға ингән. Уға “Назар Нәжми дауаланып ята” тип хәбәр иткәндәр. Министр, Өфөгә ҡайтҡас та санавиация саҡыртып, Назар ағайҙы Өфөгә алып киттеләр. Унда бер аҙна ятҡандан һуң, 6 сентябрҙә вафат булды. Бында алып ҡайтып ерләнеләр, уның теләге шулай булды, – тине ул.   

Лена Карам ҡыҙы: “Нәжмет­диновтар музыкаль ғаилә булды. Назар ағай йырлай ине. Уны икенсе курсҡа консерваторияға уҡырға алғандар, тик ул баш тартҡан”, – тине. Ысынлап та, Назар Нәжми һәр яҡлап та һәләтле, төрлө һөнәргә маһир шәхес булған. “Бынамын тигән йырсы, гармунсы, консерваторияға тәғәйен кеше, дипломатик оҫталығы ла бар ине. “Шағир булмаһам, моғайын, йырсы булыр инем”, тиер ине үҙе. Унда драматик баритон тауышы көслө була” тип яҙылған “Назар Нәжми әҫәрҙәре” йыйынтығының I томында.

Халыҡ шағирына арналған сараларҙың башынан аҙағынаса Радик Динәхмәтов ҡатнашып,  уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Ул сығышында: “Назар ағайҙың йырҙарын башҡармау мөмкин түгел”, – тине.

Эйе, Назар Нәжми һүҙҙәренә бик күп йыр ижад ителгән, уларҙың күбеһе хит булараҡ йылдар дауамында сәхнәнән төшмәй. Улар араһында – “Өфө йүкәләре”, “Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел”, “Һиңә тағы мин бер киләм әле”, “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер”, “Һин – ғүмер ағыштарым” (“Ҡышҡы романс”), “Һиңә барам”, “Ағастар” һәм башҡалар.

Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт һара­йында булған хәтер кисәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та сығышында ошо һүҙҙәрҙе дәлилләне.

– Назар ағай менән беҙ поездарҙа йөрөнөк, стандарҙа булдыҡ. Ул үҙенең ижады менән халыҡтың һушын алды, ком­байнерҙарҙың, тракторсыларҙың әле лә хәтерендә. Уның менән бер ваҡытта ла көлмәйенсә йөрөп булмай ине. Һәр ваҡыт шарҡылдап тороп көлөп ебәрә лә, кинәт кенә туҡтап, уйға ҡала. Бына шундай иҫ китмәле шәхес булды ул, әҙәбиәт кешеһе!

Уның спектаклдәрендә лә уйнаным. Мин белгәндән, Башҡорт дәүләт академия драма театрында ете әҫәре ҡуйылды. Уларҙа төп ролдәрҙе башҡарҙым. “Алтын дуға”, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән” спектаклдәрен халыҡ яратып ҡараны, сәхнәлә бик күп йылдар барҙы улар.

Йырҙарына килгәндә, Назар Нәжми, Рим Хәсәнов һәм Фидан Ғафаров – үҙе бер дәүер, тиҙәр. Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған “Ҡышҡы романс”ты йырламайынса түҙеп булмай, – тине ул.

Ысынлап та, бар яҡлап та маһир, яугир-шағир, үткер һүҙле публицист, драматург, мемуарсы Назар Нәжмиҙең башҡорт мәҙәниәтен, рухиәтен үҫтереүгә һалған өлөшө бер һүҙ менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Әле уның ижадын өйрәнерҙәр, яңынан-яңы мәҡәләләр яҙырҙар, йырҙар ижад итерҙәр, сөнки халыҡ шағиры үлемһеҙ эҙ ҡалдырған. Ул: “Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым...” – тип яҙһа ла, яҡташтары, ижадын һөйөүселәр уға бынамын тигән һәйкәл ҡуйған.

- Рәмилә МУСИНА

Миңеште старостаһы Мөҙәрис Хәмәтғәлиев, элекке колхоз рәйесе Азамат Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелиск янында.
Миңеште старостаһы Мөҙәрис Хәмәтғәлиев, элекке колхоз рәйесе Азамат Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелиск янында.
Читайте нас: