Бөрйән районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғизәтуллина бар ғүмерен уҡытыусылыҡ өлкәһенә арнаған. Белорет педагогия училищеһын, аҙаҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған белгес байтаҡ йылдар ошо ҡаланың мәғарифы өлкәһендә эшләй. Үҙенең хеҙмәт юлын 2014 йылда тамамлай. Эшендәге уңыштары өсөн уға Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исем бирелә.
Рәшиҙә Ғизәтуллинаның бөгөнгө эшмәкәрлеге лә йәмғиәтебеҙҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Айырыуса ул халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәрен тергеҙеүгә ҙур көс һала. 2014 йылда Бөрйән районында “Кәрәҙ” ҡорамасылар клубы ойоштороп, был эшкә бөтә район ҡатын-ҡыҙҙарын йәлеп итә.
Ҡорама шөғөлөн республика кимәлендә танытҡан «Кәрәҙ» клубы халыҡ коллективы исемен йөрөтә. Коллектив төрлө кимәлдәге сараларҙы биҙәй. 2016 йылдан Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бөрйән районы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп тәғәйенләнгәндән бирле, конкурсантыбыҙ районда Башҡорт википедияһын пропагандалау һәм ойоштороу эштәрен алып бара. Ул – Бөрйән вики-клубы ағзаһы. Әйткәндәй, Рәшиҙә Ғизәтуллина “Йәншишмә ҡайҙан башлана?” исемле фәнни-популяр баҫма авторы ла.
Район хакимәте уның эшен даими рәүештә маҡтау грамоталары, дипломдар, рәхмәт хаттары менән баһалай. Шулай уҡ уның район һәм республика кимәлендәге эшмәкәрлеге тураһында “Бөрйән энциклопедияһы” китабына мәҡәләләр ингән. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайының, Башҡортостан Республикаһының ветерандар советының “Ал да нур сәс халҡыңа” һәм “Ветеран хәрәкәте үҫешенә ярҙам һәм өлөш өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Бөгөн Рәшиҙә Ғизәтуллина Рәсәй Ислам университетеның өсөнсө курсында ситтән тороп белем ала. Иҫке Собханғол ауылында “Әбделмән” мәсетенең йәкшәмбе мәктәбендә балаларға дини белем бирә.
Фото: Рәшиҙә Ғизәтуллина архивынан.