Бөтә яңылыҡтар

Конкурс еңеүселәре асыҡланды!

Ағинәйҙәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ!  

Конкурс еңеүселәре асыҡланды!
Конкурс еңеүселәре асыҡланды!

8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан иғлан ителгән “Ағинәйҙәр - милләт ҡото”  тип исемләнгән конкурсыбыҙ аҙағына етте. Уның шарты буйынса иң күп тауыш йыйған өсәү еңеүсе итеп иғлан ителде. 

Беренсе урынға  Бөрйән районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина, 2-се урынға  Белорет районынан Зөбәржәт Суфьянова, 3-сө урынға Стәрлебаштан Хәнә Баһауетдинова лайыҡ булды. Еңеүселәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусыларыбыҙға рәхмәт белдереп, уларҙың тынғыһыҙ һәм кәрәкле эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Ағинәйҙәребеҙ, ысынлап та, милләтебеҙҙең ҡото, бәҫе. Үткәндәрҙе киләсәк менән бәйләүсе тылсымлы көс улар. Ағинәйҙәребеҙгә һәр ваҡыт һоҡланабыҙ, өлгө алабыҙ һәм иң изге байрам теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Фотолар: еңеүселәр архивынан алынды.

 

Конкурс еңеүселәре асыҡланды!
Конкурс еңеүселәре асыҡланды!
Конкурс еңеүселәре асыҡланды!
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас