Бөтә яңылыҡтар

Башҡортса квизда ҡатнаштыҡ

"Башҡортостан" гәзите журналистарына 13 команданан торған ҙур уйында үҙ көстәрен һынау бәхете тейҙе.

Башҡортса квизда ҡатнаштыҡ
Башҡортса квизда ҡатнаштыҡ

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән бик матур башланғысын тормошҡа ашыра: квиз-уйын, икенсе төрлө әйткәндә, викториналар үткәрә.

Ошо аҙнала тағы бер уйын ойошторолдо. Ул Башҡортостан мәҙәниәтенә арналып, үҙ эсенә төрлө һорауҙарҙы алғайны: тәүгеһе – тест рәүешендә, артабан – һүрәттәргә бәйле һораулама, унан – музыкаль викторина. 

Редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренән команда төҙөп, әлеге квизда беҙ ҙә ҡатнашып ҡайттыҡ. Йәмғеһе 13 команда ҡатнашҡан уйында көс һынау оҡшаны, дуҫтарса йылы мөхит күңелгә ятты. Ҡыҙыҡлы сара үткәреп торғандары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт!

 

Башҡортса квизда ҡатнаштыҡ
Башҡортса квизда ҡатнаштыҡ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в