Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы февралдә бик сағыу, ҡыҙыҡлы мәҙәни сараның үҙәгенә әүерелде. Бында 9 – 15 февралдә “Үҙ юлың” кино фестивале ойошторолдо. Ҙур форум Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙҙы.
Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: тамашасылар менән бергә беҙҙең замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фильмдарҙы барыбыҙға ла өлгө булып хеҙмәт итерҙәй билдәле шәхестәр – артистар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар, медиа-персонаждар – ҡараны һәм тикшерҙе. Уларҙың юлы, уны нисек табыуҙары һәм аҙағына тиклем ҡурҡмай барыуҙары тураһында һөйләгән фильмдар күрһәтелде. Еңеүсе кинотаҫмалар инде тамашасыларҙың тауыш биреүе буйынса һайланды.
Өфөгә Сербия, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Үзбәкстандан фестивалдә ҡатнашыусылар, баһалама ағзалары, башҡа ҡунаҡтар килде, илебеҙҙең бүтән төбәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербургтан да вәкилдәр булды.
Фестивалдең географияһы Өфө, Тула, Кострома, Дондағы Ростов һәм Мәскәү ҡалаларын үҙ эсенә ала, шулай булһа ла, кино байрамының төп саралары – асыу тантанаһы, ҡатнашыусы фильмдарҙы ҡарау һәм улар буйынса фекер алышыу, баһалама ағзаларының тауыш биреүе, еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү Өфөлә үтте.
Сара барышында, конкурс программаһынан тыш, махсус фильмдар ҡарау ҙа, иң сағыу сараларҙы онлайн тәртиптә тапшырыу ҙа ҡаралғайны.
Фестивалдең президенты Юлия Быба: “Беҙ фильмды ҡарауҙың һәм фекер алышыуҙың яңы төрөн тәҡдим итәбеҙ, уның мәғәнәһе – кино таҫмалары буйынса фекер алышҡан саҡта залда “төрлө донъялар”ҙың киҫешә алыуы. Автор үҙ эшенә үҙенә яҡын булған мәғәнәне, идеяларҙы, төшөнсә, ҡиммәттәрҙе һала. Артабан фильмды тамашасы ҡарай, ул киноны үҙенең эске донъяһынан, үҙ ҡиммәттәренән, үҙ мәғәнәләренән, үҙ халәтенән сығып ҡабул итә. Ике яҡтың донъяһы, ҡараштары киҫешкәндә хәҡиҡәт тыуа, сөнки беҙҙең бөтәбеҙҙе лә берләштергән төшөнсәләр өҫкә ҡалҡып сыға, ошо саҡта беҙ бер-беребеҙҙе тыңларға, ишетергә һәм хөрмәт итергә әҙербеҙ, һәр ҡайһыбыҙҙы ул нисек бар, шулай ҡабул итә алабыҙ”, – ти.
Конкурстың баһалама төркөмөнә ингән Рәсәй һәм сит илдәрҙең кино индустрияһы вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева ла булды.
Кинофестивалдә конкурсҡа ярашлы күрһәтелгән фильмдар “Родина” кинотеатрында, Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда ҡуйылды. Фильмдарҙан тыш, ижади осрашыуҙар, йыйылып фекер алышыуҙар ҙа булды.
Фестивалдә ҡатнашыуға 260 фильм тәҡдим ителеп, уларҙың 36-һы ғына конкурс программаһына һайлап алынған. Әле үтмәй ҡалған кинотаҫмалар киләһе йылдағы конкурсҡа инеүе ихтимал. Шулай уҡ конкурс һынауына эләкмәгән картиналарҙың ҡайһы берҙәрен Мәскәүҙә, “Үҙ юлың. Һайланғандар” атамаһы менән күрһәтеү күҙаллана.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА