Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 21:17

Халыҡ хазиналары – халыҡҡа

Был байрамды күрше өлкәләрҙә лә билдәләйҙәр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Милли кейем көнө – халыҡ көтөп алған байрам. Уны республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр билдәләйбеҙ: апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Милли кейемдәре аша халыҡтарҙың үҙенсәлекле тарихы, мәҙәниәте менән танышып була.

Быйыл да 10 апрелдән Милли кейем кө­нөнә арналған “Милли кейемдә фото” онлайн-акцияһы старт алды. Үткән аҙнала Мәсетле районында милли кейем көнөнә арналған “Һомай” район конкурсы үткән. Районда йәшәүсе башҡорт, рус, татар халыҡтарының милли костюмдары күрһә­телгән, еңеүселәр билдәләнгән.

17 апрелдә “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһының “Ырыуҙар хазинаһы” концерты үтте. “Ете йыл дауамында беҙ яратып милли костюмдар, милли ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, легендалар, йырҙар, бейеүҙәр, йолалар, уйындар йыябыҙ, һаҡлайбыҙ, ижад итәбеҙ. Башҡорт халҡының ошо хазиналарын тамашасыларға ла күрһәтергә теләнек”, – тип һөйләй “Селтәр” халыҡ кейеме студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова.

Милли кейем көнөн шулай уҡ күрше өлкәләрҙә лә билдәләйҙәр. Екатеринбург башҡорттары 16 апрелдә милли кейемгә арналған асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе. Пермь крайында ла ошондай саралар уҙғарыла. Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йортоноң Ҡурған, Силәбе өлкәләрендәге филиалдарында ла Милли кейем көнөнә ҡарата акциялар үткән.

13 апрелдә "Урал" этноүҙәгендә Милли кейем көнөнә арналған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейемдәре” күргәҙмәһе асылды. Ул үҙ эшен 26 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Экспозицияла Башҡортостан Республика­һында йәшәгән халыҡтарҙың милли кейеме, шулай уҡ уның элементтары: хәситә, һарыуыс, ҡашмау, күкрәк кейеме һәм боронғо ювелир биҙәүестәр ҡуйылған. Күргәҙмә халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер тапҡыр күҙ һалырға мөмкинлек бирә.

Төп байрам сараһы бөгөн Өфөнөң “Планета” сауҙа үҙәгендә үтә. Уны Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған. Сәхнәлә Башҡортостандың төрлө халыҡтарының тарихи өлгөләре һәм сәхнә костюмдары күрһәтелә. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар төрлө йәшкә иҫәпләнгән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә: “Белорус кейеҙ ҡурсағы”, “Татар милли баш кейеме һәм орнаменты”, “Сыуаш орнаменты менән алҡалар һәм ике яҡлы сигеү”, “Урыҫ кейеҙ ҡурсағы”, “Этник стилдә башҡорт брошкаһы”, “Башҡорт мини-күкрәк биҙәүесе”, “Беләҙек үреү”, тамбурлы сигеү, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр, таҫма менән сигеү һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар бара.

 - Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас