Бөтә яңылыҡтар

"Онотма һин..."

Бөгөн танылған композитор Илшат Яхинға 50 йәш тулған булыр ине... 

"Онотма һин..."
"Онотма һин..."

Бөгөн башҡорт музыкаһына ҙур өлөш индергән танылған композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың тыуған көнө. Иҫән булһа, уға бөгөн 50 йәш тулған булыр ине...

Оҫта баянсы, композитор һәм аранжировкалаусы Илшат Ғәббәс улы Яхин 1973 йылдың 18 майында Учалы районының Ҡотой ауылында тыуған. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатын, Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын тамамлай. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының баян класында уҡый.

Студент сағынан Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе булып эш башлай. Артабан “Каруанһарай” төркөмөндә, Башҡорт дәүләт филармонияһында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй.

Илшат Яхин республика кимәлендәге сараларҙың композиторы һәм аранжировкалаусыһы, музыка биҙәлеше авторы булараҡ та башҡорт музыка сәнғәтенә тос өлөш индерҙе. Уның хаҡында яҡты хәтер йырҙарында, сағыу ижад өлгөләрендә һаҡланыр.

Илшат Яхиндың ҡыҙы Азалияның туйында йырлағаны хаҡында видеояҙманы тәҡдим итәбеҙ.

"Онотма һин беҙҙе бер ҡасан да,

Ишек асыҡ тыуған йортоңда.

Бәхетле бул, ҡыҙым, тормошоңда", - тип йырлай ул. Халҡың бер ҡасан да онотмаҫ һине, Илшат

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: