Йәшлеккә ҡайтыу (Аҙағы)

Бер көн мине Лена ул саҡта бик популяр иҫәпләнгән, көллө халыҡ эркелеп барған һинд киноһына саҡырҙы. Киттек ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Мир” кинотеатрына. Кинола ҡараған хисле, ялҡынлы, дәһшәтле мөхәббәт тулҡынында йөҙөп, Леналар йәшәгән фатир янына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Подъезд ауыҙында дүрт-биш егет тора, һиҙемләүемсә, күптән беҙҙе көтәүелләйҙәр. Кейек ҡамаған һунарсыларҙай һиҙгер аңдыуҙарының тигенгә түгеллеге әллә ҡайҙан күренә: аяҡтарын тарбайтып баҫҡандар ҙа һөҙгәк үгеҙҙәй күҙҙәрен яһил аҡайтып ҡарайҙар. Яҡынлағайныҡ, тегеләрҙең һомғол буйлы, йөҙгә күркәме алғараҡ сыҡты ла һуҡ бармағын минең тарафҡа һөңгөләй сәнсеп һораны:

– Ты кто?!

– Здороваться надо, молодой человек? – Русса апаруҡ арыу ғына һупалай инем инде, шуға теш араһынан серт иттереп аяҡ аҫтына төкөрөп ебәреп, эренән сирттерҙем.

Лена бер яҡ ситкәрәк китеп, ҡулдарын ҡаушырып, күренеште тамаша ҡылғандай, һынағандай итеп баҫты.

– Если хочешь, если настаиваешь, то пламенный привет! Что ты здесь делаешь, что тут потерял, козленок, заблудился, что ли?

– Витя, прошу, выбирай выражение! – тине Лена. Тимәк, ул был егет йоратын ҡайһылыр кимәлдә белә.

– Вы особо мне не тыкайте, вам понятно! Как видите, девушку проводил до дома.

– Ты, деревня, у кого-нибудь спросил разрешения?

– Разрешения? Насчет чего?

– Ухаживать за ней!

– Что, она подневольная?

– Она вправе выбирать достойного парня.

– Как видите, она выбрала меня, самого достойного кавалера!

– Кавалера, неужели?! Ты очень смелый или непомерно наглый тип!

– От наглого и слышу!

– Хватить с этим, тупым нянчиться, давай мы его оформим! – Төркөмдән бер сабырһыҙҙың тауышы ишетелде.

– Только попробуйте! – Кеҫәгә тыҡҡан ҡулдарымды сығарып йоҙроҡҡа төйнәнем, боксерға оҡшатып, һуғышсан ҡиәфәт алдым.

– Успеем, – һомғол ҡырт киҫте лә ары ҡыҙыҡһынды, – знаешь, эта девушка чья?

– Вы хотите сказать, чья собственность? Не знаю, и знать не хочу!

– А она для тебя кто?

– Она моя… – ҡулайлы һүҙ таба алмай, юғалыңҡырап ҡалдым башта. “Близкий человек” тип әйтһәм, бигерәк ҡоро һәм рәсми килеп сыға, “подруга” һүҙен оҡшатып еткермәнем, “любимая” тиергә ул минең йәрем түгел.

– Повторяю, она для тебя кто? – Һорау йәнә ҡабатланды.

Ҡулайлы һүҙ таптым, ниһайәт, таптым да сәсрәтеп әйттем:

– Она моя присуха, зазноба, зазнобилка, вот кто!

Ян-яғымдан уратҡан егеттәр көтөлмәгән яуаптан бер аҙға ғына шаңҡып ҡалды. Ниһайәт, әйткәндәремдең айышына төшөнгәс, ысын күңелдән көлөп ебәрҙеләр, хатта ошоғаса һағайыңҡырап торған Лена ла йылмая биреп ҡуйҙы.

– Ты говором говорящий старовер из средних веков? – тине ауыҙын йыя алмай рәхәтләнгән тәбәнәк буйлыһы, ул педучилище студенты ине шикелле, әле үҙенең төплө белемен күрһәтеп аҙапланыуы.

– Да, масаль, – тинем тегене ирештереп, сөнки беҙҙә Йылайыр, Кананикольск урыҫтарын шулай атайҙар.

– Какой масаль, он прямо-таки смахивает на арапа Петра Великого! – Өҙмәй ҙә, ҡуймай ҙа баһа был студент.

– Ты, прислуга Робинзона Крузо, Пятница, может помолчишь! – тип өнөн тыҡтым тегенең.

Хахылдап туйған Һомғол тәкәббер һораны:

– Если Лена твоя зазноба, значит, ты знойный парень?

– Какой знойный, задохлик он!

– Не видите, что ли, упал с молотилки!

– Деревенский мужик, Герасим из “Муму”! – Егеттәр шау-гөр килеп мине кәмһетергә тотонғайны, Һомғол ҡулын юғары күтәрҙе. – Хватит базарить, ребята, надоело, а ты, – миңә ҡайтанан бармағы менән төрттө, – оставь нас в покое, иди домой, больше здесь не появляйся. По-доброму прошу, потом пеняй на себя, хуже будет!

Урынымдан ҡымшанманым да, шунан артҡа сигеп, Ленаны ҡаплап боҫормаланым:

– Сами идите, я никуда не пойду!

– Вон сказал!

– Попробуйте подойти, убью всех, подряд! – Күҙҙәремдә хәтәр, тәүәккәл осҡондар уйнаттым.

– Что ты сказал?

– То, что слышал, уничтожу, зарежу всех, подряд! Подойдите по очереди! Лена, иди домой, я их задержу!

Һомғолдоң сабырлығы, түҙеме һынды булһа кәрәк, ниндәйҙер мөһим нәмәне хәл иткәндәй, битараф ҡул һелтәне:

– Да ну его, пошли, ребята, действительно этот маньяк какой-то контуженный, невменяемый, связываться с ним, потом беды не оберешься!

Егеттәр теләкһеҙ генә ҡыймылдап күҙҙән юғалғас, Лена яныма килеп ҡосаҡлап уҡ алды:

– Действительно, ты классный парень, на тебя можно положиться. А знаешь, кто это был?

– Хулиган городской!

– Нет, мой любимый парень. Ревнует, вот и ходит...

...Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан телефон шылтыраны ла унан шат тауыш яңғыраны:

– Байрамыбыҙ менән ҡотлайым һине, Хәйҙәр!

– Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем әле?

– Мин – Лена, һинең зазнобаң, зазнобилкаң, хәтерләйһеңме?

– Һаумы, Елена, Елена Александровна, зазноба моя, зазнобилка, присуха!

Хәтерләмәгән ҡайҙа, хәтерләйем, кем генә йәшлеген хәтерләмәй һәм һағынмай икән?!

- Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Читайте нас