

Башҡортостан Республикаһының гранттар фонды, Радий Хәбировтың ҡарары буйынса кинематография өлкәһендәге проекттарҙы ҡеүәтләү маҡсатында махсус конкурсҡа 50 миллион һум бүлде. Был аҡсаны кем ала һәм нисек алырға була?
Конкурсҡа ғаризаны, коммерция нигеҙендә дәүләт ойошмаһы булмаған, йәғни, ойошманың составында дәүләт органдарының учредителдәре булмаған, иҡтисади эшмәкәрлеге ОКВЭД буйынса кинематографияға бәйләнгән һәм бер йыл элек теркәлгән ойошмалар яҙа ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2023 йылдың 1 авгусынан алып 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Ҡағиҙәгә ярашлы документтарҙан башҡа, ғаризаға фильмдың презентацияһын һәм сценарийын да индерергә кәрәк була.
Грантглавы102.рф сайтында ғаризаны бирергә һәм конкурстың Положениеһы менән ныҡлап танышырға мөмкин.
Конкурстың положениеһын әҙерләү буйынса “Башҡортостан” киностудияһы, мәҙәниәт министрлығы һәм бәйге комиссияһы ҙур эш башҡарҙы.
“Конкурс бик үҙенсәлекле, документтарҙы иғтибар менән өйрәнергә саҡырам. Яҡын арала, даими ҡатнашыусылар менән фонд бер-нисә осрашыу ойошторасаҡ, унда бар шарттар ҙа ентекле аңлатыласаҡ”, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы гранттар фондының генераль директоры Роман Низаметдинов.
Еңеүселәр өсөн гранттың иң ҙур күләме 15 миллион һум тәшкил итәсәк.
Ғаризалар түбәндәге 10 йүнәлеш буйынса ҡабул ителә:
“Башҡортостан киноиндустрияһын үҫтереү өсөн авторҙарҙың һәм жанрҙарҙың төрлөлөгө зарур. Беҙҙең өсөн йәш һәм һәләтле кинематографистарҙы асыу һәм ҡеүәтләү мөһим. Бигерәк тә, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн финанси мөмкинселектәре булмаған йәш режиссерҙарға ярҙам итергә кәрәк. Шуға ла, конкурсҡа һығымта яһағанда Башҡортостан кинематографияһында яңы исемдәр асылыр, тип өмөт итәм”, – тине А. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының директоры Юнир Әминев.
Конкурсҡа һөҙөмтәне декабрҙә сығарасаҡтар. Еңеүселәрҙең фильмдары 2024 йылдың 1 ғинуарынан төшөрөлә башлаясаҡ. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар 2024 йылдың 31 авгусына төшөрөлөп бөтөргә тейеш, ә тулы метражлы фильмдар 2026 йылдың 31 декабренә тиклем.
Милли кино сәнғәтенә битараф булмағандар, ашығығыҙ! Бәлки тап һеҙҙең кинопроектығыҙ еңең сығыр һәм тап һеҙҙең фильмығыҙҙы ҡарау бәхете тейер республика халҡына!
Фото: интернет селтәренән.