Бөтә яңылыҡтар

Милли кейем көнөндә...

Баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында музыкаль кистәр асылды

Милли кейем көнөндә...
Милли кейем көнөндә...

Милли кейем көнөндә баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында ла үҙенсәлекле байрам сараһы уҙҙы. Уны Мәҙәниәт министрлығы менән Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.

Был тамаша Совет майҙанындағы музыкаль кистәр миҙгелен башлап ебәрҙе. Бында төрлө халыҡтарҙың моңдары яңғыраны, дәртле бейеүҙәре майҙан таштарын һелкетте. Башҡорт "Ритайым"ы аһәңле моңға сыҙай алмай тыпырҙап торғандарҙы уртаға сығарҙы, һәм бейеүселәр менән бергә тамаша ҡарарға килеүселәр бер тулҡында өйөрөлдө. Майҙан сәхнәһендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән ижади төркөмдәр сығыш яһаны.

Ошонан башлап, музыкаль кистәр Совет майҙанында һәр йома һәм ял көнөндә үтә башлай. Музыка сәнғәтен үҙ иткән баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар яҙ-йәй буйы бында һәр төрлө йүнәлештәге концерт номерҙарын тыңлай-ҡарай ала. Саф һауала йәнле музыка донъяһына сәйәхәт ҡылып, матур кисерештәргә сорналыуҙан да яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин!


Фотолар: БР Мәҙәниәт министрлығынан.

Милли кейем көнөндә...
Милли кейем көнөндә...
Милли кейем көнөндә...
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: