Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Уразоваға нимә булған?

Операция алты сәғәт дауам иткән... “Шул кәрәк һиңә!” тип яҙған кешеләр ҙә бар... 

Гүзәл Уразоваға нимә булған?
Гүзәл Уразоваға нимә булған?

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Уразова социаль селтәрҙә операция үткәреүе тураһында яҙма һәм видео менән уртаҡлашты.

“6 сәғәт операция кисерҙем. Барыһы ла яҡшы үтте, тинеләр. Әле наркоздан сыҡҡанды һөйләп көлдөрҙөләр. “Гузель, ты в реанимации!” – тиҙәр икән миңә бер аҙ үҙемә килгәс. Мин: “Я в реанимации? А я думала я на фотосессии”, тигәнмен.

Директҡа бик күп теләктәр теләгәнһегеҙ, ҙур рәхмәт!

“Шулай кәрәк ул һиңә!” тип яҙған кешеләр ҙә бар.

Уларына иғтибар бирмәйбеҙ инде хәҙер. Һаулыҡ булһа, барыһы ла етә! Һау, иҫән генә булығыҙ. Мин һеҙҙе яратам!” – тип яҙған йырсы.

Гүзәл Уразоваға тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫыуын, яратҡан ғаиләһе, балалары янына һәм, әлбиттә, уны көткән тамашасыларына ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фото: видеонан скриншот.

Видео: Гүзәл Уразованың “Бәйләнештә”ге төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: