Олег Рой - билдәле, хатта ныҡ билдәле Рәсәй яҙыусыһы. Йылына һигеҙ китап сығарған яҙыусыны балалар һәм ата-әсәләр мөғжизә ҡылыусы тип атай. Балалар өсөн сығарған китаптары ҡырҡтан ашыу булһа, ололар өсөн яҙған романдары 74 кенә, тип уртаҡлашты үҙе “Китап байрамы” сиктәрендә осрашыуға килгән уҡыусылары менән.
Әлбиттә, ул Башҡортостанды үҙенең Тыуған ере һанай һәм бының менән ғорурланыуын йәшермәй ҙә.
– Башҡортостан кешеләре миңә сит түгел генә түгел, ә яҡын туған, – тип белдерҙе ул. – Мин Магнитогорскиҙа тыуып үҫтем, миндә 60 процент башҡорт ҡаны йәшәй, ҡалған 40 проценты - рус ҡаны. Сөнки минең бар ғүмерем, бөтә бала сағым һәм үҫмерлегем барыһы ла тик Башҡортостанға ҡағылды. Хатта беҙ Әбйәлил районын беҙҙең районыбыҙ икән тип үҫтек, сөнки Магнитогорскиҙа һәр йөҙ, һәр тауыш, һәр йылмайыу һәр йөрәк ул Әбйәлилдән сыҡҡан башҡорттоҡо ине, беҙ бер халыҡ, бер йәмғиәт булып йәшәнек һәм әле лә шулай йәшәйбеҙ. Бала сағымда Әбйәлил тәбиғәтенә походтарға, пионер лагерҙарына йыш йөрөнөм, мәктәп менән бергә ошо райондың колхоз баҡсаларына картуф алышырға йөрөнөк, ҡыҙҙар баҫтырырға ла йөрөнөк. Үҫә биргәс тә вожатый булып, лагерь директоры булып эшләргә яҙҙы. Абҙаҡ, Яҡтыкүл, Ағиҙел, Инйәр ҡаялары, бөтә Башҡортостан, былар барыһы ла минең йөрәгем аша үткән. Был шул хәтлем ҡәҙерле Тыуған ер миңә. Сөнки мин үҙемде Әбйәлилдеке, ә Әбйәлилде үҙемдеке һанайым!
Яҙыусы сәхнәлә үҙен яратҡан уҡыусылары менән ижади осрашыу үткәргәндән һуң автографтар таратты. Уның, меңәрләгән мөғжизәле әҫәрҙәр тыуҙырған ҡулдарының йылыһын тойоп ҡалыр өсөн ҡултамғаһын алырға теләүселәрҙән иҫ киткес ҙур сират барлыҡҡа килде.
Ә мине яҙыусының һөйләшеп ултырған еренән яңы әҫәр тыуҙырып һөйләп ишеттереүе таң ҡалдырҙы. Үҙен тотошо, һәр ым-ишараһы, һәр һүҙе менән ул, ысынлап та, мөғжизә эйәһенә оҡшаған ине. Әлбиттә, икенсе тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан халыҡ-ара тигән статусты лайыҡлы тотҡан “Китап байрамы”на быйыл Олег Рой кеүек билдәле шәхестәр ҡайтыуы тағы ла ҙур мәртәбә, ҙур баһа өҫтәп ебәрҙе.
– Башҡорт ерендә булған был ҙур ваҡиға, бар илебеҙ өсөн шундай этәргес көс булып тора. Был осраҡта, беҙ китап уҡымайбыҙ йәки аҙ уҡыйбыҙ тигән фекерҙәр булырға тейеш түгел, ә тағы ла күберәк уҡырға кәрәклегенә иғтибар итеүебеҙ мөһим. Йылына 12 китап уҡый алһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Айына бер китап уҡыу ул күп түгел. Бына ошо Башҡортостанда уҙғарылған сараны, бөтә бөйөк илебеҙгә туранан-тура трансляциялау зарур. Һәм һәр миллионлы ҡалала ошондай “Китап байрамы” кеүек фестиваль булырға тейеш, – тип уртаҡлашты ҙур һәм киң илебеҙҙең алдынғы һәм ҡабатланмаҫ яҙыусыһы Олег Рой.
Ә “Китап байрамы” әле тағы ике көн дауамында Дарья Донцова, Оксана Федорова, Ирина Климова, Александр Олешко кеүек талант эйәләре менән яҡындан таныштырасаҡ әле.
Автор фотоһы.