Бөтә яңылыҡтар

"Туйҙырҙың инде кеше йырын йырлап"

Был юлы Илһөйә Бәҙретдинованы нимәлә ғәйепләйҙәр?

"Туйҙырҙың инде кеше йырын йырлап"
"Туйҙырҙың инде кеше йырын йырлап"

Популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова халыҡ артисы Зөһрә Шәрифуллина репертуарынан “Бер ваҡыт ҡына” йырын яңыртҡан. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә. Тик йырсы башҡарыуындағы йырҙы оҡшатмаусылар ҙа табылған.

“Ниһайәт, беҙ был йырҙы халыҡ иғтибарына сығарырға әҙер. Иртәгәнән - барлыҡ музыкаль майҙандарҙа.

Таң ата ла кис етә. Ғүмер шундай тиҙ үтә. Уйландыра торған йыр! Йылы, тәмле йыр! Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Зифа Нагаева көйө һәм һүҙҙәре.

Һәр бер һүҙенә ныҡ мәғәнә һалып, ныҡ яратып яҙылған йыр икәне күренеп тора. Ныҡ яратам был йырҙы. Инде 15 йыллап күңелемдән йырлап йөрөйөм. Һеҙгә тәҡдим итеп ҡарайым. Булған булһа ла, килеп сыҡмаһа ла, дөрөҫөн яҙығыҙ йәме”, - тигән йырсы.

“Ниңә кеше йырын йырларға икән? Туйҙырҙың инде кеше йырын йырлап”, “Ҡорораҡ сыға, нимәлер етмәгән кеүек. Зөһрә апайҙың йәненән сыға был йыр, һеҙҙең - юҡ кеүек. Ғәфү, был минең фекер”,  - тип яҙыусылар ҙа булған.

Йырҙы оҡшатыусылар ҙа юҡ түгел. “Яңы һулыш бирҙең был йырға, Илһөйә! Маладис инде үҙең”, “Теләһә ниндәй йырҙан шедевр яһайһың”, “Хәҙер был йыр тағы ла нығыраҡ оҡшай”, “Тыңлап туйып булмай”,  -тип яҙыусылар ҙа бик күп.

Ә һеҙгә Илһөйә Бәҙретдинованың йырҙары оҡшаймы? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото һәм сығанаҡ: Интертат.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: