Башҡортостандың Мәҙәниәт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлебаш районы хакимиәте, Яҙыусылар союзы берлектә беренсе "Шаммас уҡыуҙары"н үткәреү тураһында иғлан итте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас иҫтәлегенә бағышлана. Форумды үткәреүҙә билдәле меценат, "МС Групп" компанияһы һәм Өфөләге "Планета Дино" динозаврҙар паркы хужаһы Муса Ғайса улы Мәжитов ярҙам итә.
Сараның маҡсаты – Башҡортостандың халыҡ шағиры, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены кавалеры Рауил Шаммастың исемен мәңгеләштереү; Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү; мәктәптә, башҡа уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу, башлап яҙыусыларға ярҙам итеү; йәмғиәттә уҡыу мәҙәниәтен, милли әҙәбиәтте һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙе популярлаштырыу.
Форумда төрлө йәштәге, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән кешеләр ҡатнаша ала: 1-11 кластар уҡыусылары, студенттар, педагогтар, фәнни хеҙмәткәрҙәр, ижади интеллигенция, төрлө ойошмалар коллективтары вәкилдәре, хаҡлы ялдағылар.
"Шаммас уҡыуҙары"нда дүрт конкурс үткәрелә:
– Рауил Шаммас шиғырҙарын уҡыу буйынса "Күңел моңом булыр ерем моңо..." тип аталған конкурс;
– "Ғүмереңдән яҡты ҡалһын..." - шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә бағышланған фәнни-тикшеренеү эштәре;
– шағирҙың тыуған яғына арналған "Стәрлебаш – тамырым минең..." тигән нәфис әҫәрҙәр, мәҡәләләр, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эштәр, видеороликтар, һүрәттәр, йырҙар;
– "Шағир яҙа, аҡ ҡағыҙға ята йөрәгенең һәр бер тибеше..." тип аталған поэтик конкурс, унда башлап яҙыусылар ҡатнаша ала. Тема буйынса сикләү юҡ.
Форум төркөмдәре:
– бәләкәйҙәр - 1-4 класс уҡыусылары;
– урта төркөм - 5-9 кластар;
– ҙурҙар төркөмө - 10-11 кластар, студенттар;
– өлкәндәр (эшләп йөрөүселәр, хаҡлы ялдағылар).
Эштәр башҡорт, татар, рус телдәрендә яҙылған булырға тейеш. Ҡабул итеү ваҡыты - 30 сентябрҙән 31 октябргә ҡәҙәр.
Конкурстарға форумдың Стәрлебаштағы төп майҙансығында, 6 ноябрҙә йомғаҡ яһала.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән "Шаммас уҡыуҙары" тураһындағы положениела танышырға мөмкин.