Зилә Лира – талантлы йырсы һәм педагог, “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе. Уның ижады күп яҡлы һәм төрлө сәнғәт төрҙәрен үҙ эсенә ала: музыканан һәм бейеүҙән алып киноға һәм ҡул эштәренә тиклем.
Үҙенең ижади кисәһендә, 14 мартта, йырсы киң йәмәғәтселеккә оҡшаған йырҙарҙы башҡарасаҡ, шулай уҡ ул тамашасыларҙы яңы композициялар менән ҡыуандырасаҡ. Кисә программаһында “Пар ҡанаттар”, “Йылмай әле, иркәм”, “Тамъян – минең ырыуым”, “Ауылымды бөгөн төштә күрҙем”, “Аңларһың, тип уйланым”, “Ауыл кисе”, “Килсе яныма осоп”, “Төйәләҫ” һәм башҡа бик күп йырҙар башҡарасаҡ.
Ижади кисәлә шулай уҡ Ян Лира, Марс Сәйетғәлин, Радик Миңлебаев, Гөлзирә Мөхәмәтйәнова, “Йәйғор” фольклор ансамбле һәм “Селтәр” башҡорт милли кейеме халыҡ студияһы сығыш яһаясаҡ.
Сағыу тамаша “Атайсал” мәҙәни үҙәктә (Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17) үтәсәк.
Фото: vk.com/albums.