Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Апрель 2025, 16:00

“Эт һауыты һинең тәрилкәнән таҙараҡ”...

Күңел рәнйеүем улыма төшөп ҡуймаһын, тип доғалар уҡыны әсә

“Эт һауыты һинең тәрилкәнән таҙараҡ”...“Эт һауыты һинең тәрилкәнән таҙараҡ”...
“Эт һауыты һинең тәрилкәнән таҙараҡ”...

  Әсмә әбей менән Шакир бабайҙың төпсөк улдары Ғаяз бигерәк ҡаты бәғерле булды. Атай менән әсәй улдары өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне: күркәм итеп төҙөлгән төп йортто уны исеменә яҙҙылар, пенсияларын йыйып, малдарын һатып яҡшы машина ла алып бирҙеләр, эшенән ҡайтырына һәр ваҡыт йылы аш әҙер, кейемдәре таҙа, үтекләнгән булды, ләкин барыбер улдарынан бик һирәк йылы һүҙ ишеттеләр.

Эске менән мауыҡмай, тәмәке тартмай, яҡшы эше лә бар, кеше менән матур итеп һөйләшә белә.  Ләкин атаһы менән әсәһен күрһә ене ҡоторҙо Ғаяздың.

–Бала сағында ҡыйырһытып үҫтермәнек. Үҙебеҙ эсеп йөрөгән йүнһеҙ кешеләр түгелбеҙ. Ни өсөн һуң шул тиклем дә ҡаты бәғерле булып үҫте икән был бала? Ҡайҙан ишеткән ул был тиклем дә йөрәккә ҡаҙалырлыҡ ауыр һүҙҙәрҙе?– тип ғәжәпләнде Әсмә әбей менән Шакир бабай.

 Бер көндө Әсмә әбей улы эштән ҡайтыуына тип итле аш бешерҙе. Кәстрүлдә ҡалған элекке былауҙы  үҙем ашармын тип тәрилкәһенә һалып ҡуйҙы. “Улым яңы бешкән ризыҡтан ауыҙ итһен, миңә ҡалған аш та ярай” тип уйланы ул эстән.

Бергәләп ашарға ултырыуға, Ғаяздың күҙе әсәһе алдындағы былауға төштө.

–Үҙегеҙгә былау, миңә ашмы? Беләһегеҙ бит мине былау яратҡанды? – тип тауыш сығарҙы улы табындың йәмен ебәреп.

-Мә. улым, былауҙы һин аша. Әле ҡабып та өлгөрмәнем бит, – тип өлтөрәп әсәһе тәрилкәне улына һуҙҙы.

–Эттең һауыты һин ашаған тәрлинкәнән таҙараҡ. Әлбиттә,ерәнмәй  һинең һауыттан ашайһым юҡ. Ҡасан донъяға хужа булып ҡалам инде. Үҙемә оҡшағанса йәшәр инем, - тупаҫ итеп былауҙы әсәһенә этте.

Улына ғүмер биргән ата-әсәгә,  Ғаяздың  донъяны тарһыныуы бигерәк тә ауыр булды. Өйҙәрендә лә һәр ваҡыт таҙалыҡ. Әсмә әбей йыуылмаған һауыт-һаба ғүмерҙә лә өҫтәлдә ҡалдырғаны юҡ. Улынан ошондай  һүҙҙәрҙе ишетеү йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаған һымаҡ булды.

–Күңелем рәнйеүе улыма насар булып төшөп ҡуймаһын инде. Улым бәхетле йәшәһен. Күңеленә иман керһен, миһырбанлы булһын. Беҙҙе һуңынан һағынып иҫкә алһын, - тип ялбарҙы ул доғаларын уҡып.

Йөрәктең дә түҙеме бөтә. Әсмә әбей менән Шакир бабай   бер кемгә рәнйемәй, зарланмай сабыр ғына итеп бер-бер артлы  был донъянан китеп барҙы.

Әсәнең теләгәне юш килде. Ғаилә ҡорғас, тормош Ғаязды үҙгәртте.  Үҙе  яратҡан ҡыҙға өйләнде. Сабыйы донъяға килгәс, бәхете бөтәйҙе, күңеле нескәрҙе,тормошҡа башҡаса ҡарай башланы. Ләкин йөрәгендә бер үкенесе барлыҡҡа килде: ата-әсәһенә әйткән ауыр һүҙҙәре  иҫенә төшөп йөрәген яндырҙы,  ғәзиз кешеләрен  өҙөлөп һағынды, уларҙы  рәнйеткәне, үҙ ваҡытында хөрмәт күрһәтмәгәне өсөн күңеле  һыҡраны.  Ләкин үтә лә ныҡ һуң ине...

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас