

Быйылғы июнь башҡорт әҙәбиәте донъяһы өсөн бик әһәмиәтле – Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева 75 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә нәфис һүҙ оҫтаһының “Тел асҡысы” тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрҙе.
Яңы йыйынтыҡҡа шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад иткән, бығаса баҫылмаған шиғырҙары ингән. Тамара Ғәниеваның бөтә ижады кеүек, баҫма яҙыу оҫтаһының туған халҡына, уның ҡаһарман үткәненә, йәнле бөгөнгөһөнә, Ватанының яҡты киләсәгенә ихлас һөйөү менән һуғарылған. Иң яҡын кешеләре, әҙәм балаһының күңеле түрендәге мөҡәддәс тойғоларға бағышланған шиғырҙары ижадсы лирикаһында айырым урын алып тора.
Тамара Ғәниева шиғриәте бик һирәктәрҙә булған асыҡлыҡ, дәрт һәм эске бер ҡеүәт менән айырыла. Уның әҫәрҙәре еңел уҡыуға тәғәйенләнмәгән, ул – уйлы, тәрән лирика, уҡыусынан фекерләү һәм бергә кисереүҙе талап итә. Башҡорт әҙәбиәтендә шағирәнең ижадын, үҙенә һәм һүҙгә тоғролоғо, талантының юғары кимәле һәм мәңгелек ҡиммәттәргә ҡатын-ҡыҙ ҡарашын сағылдырғаны өсөн, хаҡлы рәүештә Анна Ахматова, Марина Цветаеваныҡы менән сағыштыралар.
Баҫылып сыҡҡас та, “Тел асҡысы” “Китап” нәшриәте тарафынан “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсына тәҡдим ителгән. Ул жюри конкурсы рәйесе – Рәсәйҙең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченевтан юғары баһа алды һәм “Рәсәй халыҡтары телдәрендәге иң яҡшы баҫма” номинацияһында еңеү яуланы. “Яҡшы полиграфия алымы һәм һүҙгә һаҡсыл мөнәсәбәт менән, бик стилле итеп баҫып сығарылған лирика китабы”, – тип билдәләп үтте уны К. Чеченев.
“Тел асҡысы”н “Китап” нәшриәте магазинында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26) һатып алырға була. Уны тәүгеләрҙән булып уҡыу бәхетенә өлгәшкәндәр, был китап – йөрәктә оҙаҡҡа ҡала торған юғары шиғриәт өлгөләрен уҡып кинәнеү мөмкинлеге, тип баһалай.
Фотолар: шәхси архивтан.