Бөгөн Бөрө ҡалаһында “Хәтер тупрағы” республика марафоны булды. Митингта Бөрө, Мишкә, Ҡалтасы, Благовещен, Борай, Кушнаренко райондары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәш армиясылар, һуғыш хәрәкәте ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты.
"Рәсәй Федерацияһында геройҙарҙы һәр ваҡыт иҫкә алалар, һәм бөгөнгө сара быға дәлил. Республика марафонының тарихыбыҙҙа әһәмиәте ҙур. Геройҙарыбыҙ беҙҙең йөрәктә, хәтерҙә мәңге йәшәй”, – тине Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы исеменән Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков сығыш яһаны.
Сара герой-яҡташтарға “Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмаған” һуғыш даны мемориалына сәскә һалыуҙан башланды. Артабан баш ҡалабыҙ Өфөлә данлыҡлы Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыла торған һәйкәл нигеҙенә күмеләсәк гильзаға тупраҡ һалынды.
Тантаналы сараны Мишкә районында кесе сержант, Афған һуғышы ветераны Венер Фәтхинуров башлағайны. Унан һуң Ҡалтасы районында рядовой, Афған һуғышы ветераны Михаил Сидоров, Благовещен районынан запастағы подполковник Вячеслав Анисимов, Борай районынан запастағы рядовой, Афған һуғышы ветераны Наил Фазлетдинов, Кушнаренко районынан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Павел Кулинцев һәм Бөрө районынан сержант, Афған һуғышы ветераны Рәмис Раянов дауам итте. Марафон иртәгә Ҡыйғы районында үтеп, Ҡырмыҫҡалы районында, М. Шайморатовтың тыуған ауылында, тамамланасаҡ.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.