Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Баймаҡта Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан ветерандарыбыҙ Валентина Потапова, Геннадий Соловьев йәшәгән ихаталарҙа һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Ватанды һаҡлаусыларҙы район һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре, халыҡ ижады үҙәге артистары, 1-се һәм 2-се ҡала мәктәптәренең кадет кластары уҡыусылары ҡотланы.
Шул бәхетле май көнөнән нисә йыл үтте, шулай ҙа йыл һайын 9 майҙа йөрәк ҡыуаныстан һәм ҡайғынан ҡыҫыла! Һеҙгә оҙаҡ йылдарға һаулыҡ, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Һеҙҙе һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың мөхәббәте, ихтирамы һәм хәстәрлеге уратып алһын, тормошоғоҙ тыныс, бәхетле һәм шатлыҡлы булһын!"
Әйткәндәй, Валентина Потапова фронтҡа ни бары 19 йәшендә саҡырыла. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған бер төркөм ҡыҙҙар Свердловск өлкәһенә хәрби хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатында уҡырға ебәрелә. Йәп-йәш һылыуҡайҙар ҡулда винтовка тоторға, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнә.
Хәрби хеҙмәттең тәүге сирҡанысы алған ҡыҙҙарҙың кемеһелер санинструктор булараҡ фронтҡа оҙатыла, икенселәре элемтәсе итеп тәғәйенләнә, ә Валя 100-се аэродромды хеҙмәтләндереүсе батольонға эләгә. “Миңә атырға тура килмәне, фашист менән дә күҙгә-күҙ осрашманым, әммә беҙҙең батальон алға барған армияның артынан һис тә ҡалмай атланы. Емерелгән ауыл-ҡалаларҙы күргән һайын, фашистарға ҡарата нәфрәтем артты, йылғалар ҙа һәләк булған яралыларҙың ҡанына мансылып, төҫөн үҙгәртте. Хәрби хеҙмәтте хәрби ҡорамалдар һаҡланған келәтте һаҡлауҙан башланым. Аҙаҡ мине радистар әҙерләү курсына күсерҙеләр, Еңеү таңын Литваның Каунас ҡалаһында ҡаршыланым. 1945 йылдың сентябрендә тыуған яғыма ҡайттым һәм ике йылдан тормошҡа сыҡтым”, - тип һөйләй ветеран инәй.
Тормош иптәше Михаил Потапов та һуғыш юлын үткән фронтовик була. Ҡыйыу яугиргә күп тапҡырҙар Ладога күле буйлап йоҡа боҙ өҫтөнән “Йәшәү юлы”нан үтергә тура килә. Һуғыштан һуң да Михаил Кирсан улы рулдән төшмәй, оҙаҡ йылдар АТП-ла водитель булып эшләй.
Бәхетле ғаиләлә дүрт бала үҫә, уларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә. Ҡалала ла, районда ла Потаповтар хөрмәтле кешеләр була, уларҙың хәрби наградалары янына тыныс хеҙмәттә алғандары өҫтәлә. Әле Валентина Потапованың күкрәген Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәте өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы биҙәй.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.