Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Фәрит Әхмәҙиевтең Ольга Мусина менән берлектәге пьесаһы буйынса ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы үтте.
Премьера өҫтөндә ижади коллективы эшләй: режиссеры — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ольга Мусина, продюсер-рәссамы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Юлиә Ғиләжева, видеоконтент авторы — Эльвира Теүәлева.
Пьеса Муса Гәрәевтең биографияһына нигеҙләнгән. Һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын кисергән герой бик күп наградаларға лайыҡ булған һәм бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә Муса Ғайса улы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була һәм һуғышты эскадрилья командиры дәрәжәһендә тамамлай. Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарында легендар штурмлаусыға арналған спектаклдең ҡуйылыуы ҡыуандыра.
Художество идеяһын кәүҙәләндергән актерҙар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яугирҙәрҙәң батырлығын һәм ҡаһарманлығын, Ватанға һөйөүен күрһәтеүгә өлгәшә.
Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Салауат Нурисламов, Светлана Бронникова, Ренат Фәтхиев, театр артистары Ильяс Хәсәншин, Заһир Яруллин, Юлиә Абрарова, Әсхәт Нәҡиев, Әбйәлил Үтәбаев, Илнур Ғәниев, Эвелина Завричко, Владислав Нурисламов һәм Мелсик Петросян башҡара.
Премьераның икенсе көнө бөгөн, 7 майҙа үтәсәк. Сара 18.00 сәғәттә башлана.
Спектаклдең премьераһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Муса Гәрәевтең кесе улы Евгений Муса улы ғаиләһе менән, шулай уҡ Муса Гәрәевтең яҡташтары, Илеш районы вәкилдәре ҡатнашты.
Фотолар М.Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры сайтынан.