Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2022, 20:00

Геройҙар аллеяһына һәм Еңеү урманына нигеҙ һалынды

Акцияла ҡатнашыусылар 400 төп йүкә һәм 50 төп шыршы ағасын ултыртты

Геройҙар аллеяһына һәм Еңеү урманына нигеҙ һалынды
Геройҙар аллеяһына һәм Еңеү урманына нигеҙ һалынды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриот паркында  2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән старт алған халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашты. Акцияның маҡсаты – 27 миллион төп ағас ултыртып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү.

Сарала 500 тирәһе кеше ҡатнашты. Улар араһында БР Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостандың дини ойошмалары лидерҙары, Рәсәй геройҙары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары, курсанттар, кадеттар, йәш армейстар, шайморатовсылар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине.

Акцияла ҡатнашыусылар 400 төп йүкә һәм 50 төп шыршы ағасын ултыртып, Геройҙар аллеяһына һәм Еңеү урманына нигеҙ һалды.

“Минең артымда – “Патриот” паркы казармаһы, 1 июндә ул тәүге 200 курсантты ҡабул итәсәк. Мин парашют вышкаһында торам, беҙ егеттәрҙе ҡурҡыуҙы еңеп, парашюттан һикерергә өйрәтәсәкбеҙ. Беҙ бөгөн Геройҙар Аллеяһына нигеҙ һалдыҡ һәм 400 төп йүкә ағасын ултырттыҡ. “Патриот”ыбыҙҙың тыуған илен һөйөүселәрҙе  һәм уны һаҡларға теләүселәрҙе берләштереү урыны булып китәсәгенә ышанам һәм ошо маҡсатта эшләйем”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: