Ҡыйғы районында “Хәтер тупрағы” республика марафоны үтте. Унда Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Салауат, Дыуан райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Сәләмләү телмәре менән Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова һәм Республиканың хәрби-дан музейы директоры Илшат Үтәев сығыш яһаны.
Гильзаға тупраҡты сержант, төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Наил Саҙретдинов (Ҡыйғы районы), лейтенант, Афған һуғышы ветераны Владимир Крючков (Мәсетле районы), кесе сержант, Афған һуғышы ветераны Исмәғил Хөсәйенов (Балаҡатай районы), Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Рөстәм Хөснуллин (Салауат районы), милиция подполковнигы, Афған һуғышы ветераны Эльмир Шафиҡов һалды.
Акцияның төп тантанаһы иртәгә Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында буласаҡ.