Уларҙың иң сағыу мәлдәренең береһе - Октябрь проспекты буйлап Өфө территориаль гарнизонының, федераль башҡарма власть органдарының Башҡортостандағы идаралыҡтарының, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандарының, курсанттарҙың, уҡыу йорттарының һәм хәрби техниканың тантаналы үтеүе булды. Хәрби йөрөш менән Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары Рәмил Наил улы Хәйретдинов командалыҡ итте, ә парадты Башҡортостандың хәрби комиссары, Өфө территориаль гарнизоны начальнигы Михаил Александрович Блажевич ҡабул итте.
Сара ведомстволарҙың һәм учреждениеларҙың һигеҙ берләштерелгән оркестры башҡарыуындағы хәрби марштар һәм йырҙар аҫтында барҙы. Хәрби йөрөшкә 1500 кеше йәлеп ителгәйне.
Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙы, ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап сығыш яһаны.
Сарала хәрбиҙәр, курсанттар хәрби әҙерлек оҫталығын күрһәтте. Бөйөк Еңеүгә арналған сара граждандар авиацияһы осошо менән тамамланды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.