Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Август 2022, 09:55

Ватанға тоғролоҡ өлгөһө

Геройҙар һәр кемебеҙҙең өйөндә йәшәне.

altke.ru
Фото:altke.ru

Бөйөк Ватан һуғышы ил өҫтөнә төшкән оло афәт булып аңыбыҙға, күңелебеҙгә уйылған, йөрәгебеҙҙе тишеп торған ҡуҙ булып һаман хәтеребеҙҙә һаҡлана. Беҙ, совет осоро балалары, һуғыштан ҡайтҡан яугирҙәрҙе үҙ күҙебеҙ менән күреп, улар һөйләгәндәрҙе үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп үҫтек. Әлеге яҙғандарым һуғыш ветерандары һөйләп ҡалдырған хәтирәләрҙән. Дүрт йыл буйына һуғыш ғәрәсәтен үҙ башынан үткәргән, үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр ине улар.

Яныбыҙҙа ғына оло һуғыш юлын үткән яугирҙәр йәшәне, геройҙар һәр кемебеҙҙең өйөндә булды, бала сағыбыҙ улар янында үтте. Ветеран олатайҙарҙың ағас аяҡта көйө ат егеп эшкә ба­рыуҙары, көнө-төнө колхоз эше менән янып йәшәүҙәре, байрам­дарҙа һыңар ағас аяҡ менән бейегәндәре әле лә күҙ алдында. Һуғыш афәте уйнап йөрөгән балаларҙың аңына барып етмәһә лә, беҙ һуғышты үҙ башынан үткәргән фронтовиктарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәрен ишетә, улар һулышын тоя инек.

Ҡартатайым Әхмәтйән Зиннәт улы Кейекбаев та һуғыштан яраланып, контузия алып ҡайта. Бала саҡта малайҙар менән уйнап йөрө­гәнендә уның күҙенә боҙ ярсығы тейеп, бер күҙе зәғифләнгән була. Һыңар күҙле көйө ул һуғышта йөрөп ҡайта. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, мин һораш­һам: “Ҡуй, ҡыҙым, һуғыштың нимәһен һөйләйһең инде...” – ти торғайны. Ҡайһы саҡта ғына асылып китеп: “Йәйәү барабыҙ-барабыҙ, саҡрым-саҡрым араны йәйәү атлайбыҙ, арыуҙан ҡапыл ҡолап китәбеҙ ҙә тороп тағы атлайбыҙ”... – тигәне иҫемдә.

Әхмәтйән Кейекбаев һуғышта пехотаға эләгә, дүрт йыл эсендә дүрт мең саҡрым араны йәйәү үтә. “Ҡышҡыһын аяҡтар ныҡ өшөй торғайны, туң ерҙә ятып, күптәр һалҡын алдырҙы. Беҙгә йыш ҡына, бигерәк тә һөжүм алдынан, алюмин көрөшкәгә спирт ҡойоп бирә торғайнылар. Һуғыша-һуғыша гел йәйәү барабыҙ, юлда осраған үле немецтарҙың итектәрен сисеп кейеп ала торғайныҡ. Уларҙың итектәре хром, эсе йылы булды, ә беҙҙең аяҡта кирза итектәр ине. Атыш тынып торған мәлдәрҙә ҡар өҫтөндә һерәйеп торған ҡоро үләндәрҙе йыйып алып килеп, окоп эсендә яғып, силғауҙарҙы киптерә торғайныҡ...” – тип урыҡ-һурыҡ ҡына һөйләп ҡуя торғайны. Дүрт йыл буйы өй йылыһы күрмәйенсә һуғышта йөрөгән яугирҙәрҙең ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

Беҙҙән бер өй аша ғына һуғыш ветераны Мөхтәр Әхмәтшараф улы Хәмитов йәшәне. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 4-се эскадронына эләгә. Таһир Күсимов полкы составында Елец ҡалаһы эргәһендә тәүге тапҡыр һуғыш ғәрәсәтенә инә. Кавалерис­тар көндөҙ фашист атакаларын кире ҡаға, ә төнөн йоҡлап ятҡан дошманды окоптарында тар-мар итә. 1942 йылда Таһир Күсимов полкы йәй буйына Воронеж ҡалаһы тирәһендәге ауылдарҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Башҡорт егеттәре көтмәгәндә немецтар штабына һөжүм итеп, бер старшинаны һәм ете һалдатты әсирлеккә ала. Тәүәккәллеге өсөн Мөхтәр Шараф улына сержант званиеһы бирелә, уны отделение командиры итеп ҡуялар. “Ҡарап торһаң, алыҫтан фашистар ҡотто алырлыҡ ҙур бер яу булып теҙелеп килә. Беҙ ата башлаһаҡ, үҙҙәре тырым-тырағай ҡасып бөтөрҙәр ине. Улар беҙгә ҡарағанда күберәк тә, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле танктары, ҡоралдары ла яңы ине. Беҙ, совет һалдаттары, Сталиндың “Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә, артта – Мәскәү!” тигән лозунгыһы аҫтында, үлһәк – үлдек, яраланһаҡ – яраландыҡ, аҡтыҡ тамсы ҡаныбыҙ сыҡҡансы һуғыштыҡ, әммә артҡа сигенмәнек”, – тип бәйән итә Мөхтәр олатай мәктәптә үткән осрашыуҙар ваҡытында.

Сталинград өсөн барған бәрелештәрҙә ул ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына госпиталдә ятып сыҡҡас, 2-се Дон кавалерия корпусы составында тағы һуғышҡа инеп китә. “Дошман үҙе яулап алған ерҙе ҡырып-емереп барҙы. Йыш ҡына тотош ауыл халҡын һарай эсенә ябып, тере килеш яндырҙы. Янған һарай эсендәге кешеләрҙең фашистарҙы ҡәһәрләп ҡысҡырған, илаған тауыштары һаман ҡолаҡ төбөндә... Бер мәл хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды. Алтын көҙгә ингән мәл ине. Тирә-яҡта ҡаты һуғыш бара, ә эргәлә генә, тыныс тормошто хәтерләтеп, туҡ бойҙай башаҡтары башын эйгән. Эргәһендә тибенеп ҡош-ҡорт йөрөй. Шул күренеште йө­рәгем өҙөлөп ҡарап торғайным...” – тип һөйләй олатай. Белоруссия ауылдарының береһен илбаҫар­ҙарҙан таҙартҡанда Мөхтәр Хәмитов ҡаты яраланып, тағы госпиталгә эләгә. Ошонда үҙенең ғүмерлек юлдашы булыр Вера исемле ҡыҙҙы осрата.

Яралы һалдат менән санитарка, башҡорт егете менән украин ҡыҙы, араһында мөхәббәт уты ҡабына. Улар мәңгелеккә бергә булырға һүҙ ҡуйыша.

Госпиталдән сыҡҡан яугир тағы ут эсенә инеп китә, был юлы 35-се Мәскәү пехота дивизияһында һуғышыуын дауам итә. Польшаның күп ауыл-ҡалаларын дошмандан азат итеп, Варшаваға һөжүм иткән ваҡытта ул тағы яралана. Сафҡа баҫҡас, уны разведка командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Мәскәү пехота дивизияһы Прибалтиканан, Гер­манияның көнбайыш һәм төньяҡ өлөшөнән фашистарҙы ҡыуа башлай. Үҙенең хәтирәләрендә фронтовик былай тип телгә ала: “Был ваҡиға 1944 йылда, Прагаға етмәҫ элек, Варшавала булды. Командир 38 кешене саҡыртып алды ла атакаға барырға приказ бирҙе. Тәүҙә ул һәр беребеҙҙең ҡулын ҡаты итеп ҡыҫты, күҙгә тура ҡараны. Күрәһең, һалдаттарҙы үлемгә ебәргәнен, был уларҙың һуңғы осрашыуы икәнен алдан белгәндер. Яу бик көсөргәнешле барҙы. Ҡаты алышта 38 кешенән ете кеше генә тороп ҡалдыҡ...” Уның Мәхмүдйәр һәм Ҡотдос исемле ағалары һуғыш яланында ятып ҡала.

Германияның Бранденбург ҡапҡаһы өсөн барған ҡаты алышта дивизия яугирҙәре еңеүе лә уларҙың батырлығын сағылдыра. Күп кенә эре хәрби трофейҙарҙы: 30 самолетты, 16 зенит ҡорама­лын, 124 автомашинаны ҡулға төшөрәләр.

Яугирҙең һуғыш юлы Баймаҡ йылҡы заводы эргәһенән башланып, Германия ерендә, Берлиндың Бранденбург ҡапҡаһы янында тамамлана. Ватан алдында күрһәт­кән ҡаһарманлыҡтары өсөн Мөхтәр Шараф улы Хәмитов I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән наградлана.

Госпиталдә осратҡан шәфҡәт туташына биргән вәғәҙәһенә лә тоғро ҡала һалдат. Сталин өлкәһе Андреевск районының Спасск-Михайловка ауылында тыуған Вера Игнат ҡыҙы Гончарова һуғыштан һуң һөйгәненә эйәреп Башҡорт­останға килә лә был төбәкте ғүмерлеккә төйәк итә. 1946 йылдан алып улар Ҡаратал ауылында бер-береһенә терәк булып, иңде-иңгә терәп, 47 йыл бергә ғүмер итәләр, биш ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Мөхтәр олатайҙың ең һыҙғанып эшләп йөрөгәне, Вера инәйҙең үҙенсәлекле итеп йомшаҡ тауыш менән башҡортса һөйләш­кәне әле һаман хәтеремдә. Һуғыштан һуң да яугирҙәр үҙ-үҙҙәрен аямай эшләне, ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре киләсәк быуынға ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғро­лоҡ өлгөһө булып хәтеребеҙҙә уйылып ҡалды.

 

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас: