Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Сентябрь 2022, 20:13

Студент йылдарында табышҡан пар

ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Гәзиттә таныш исемдәр осраһа, йә ҡыуанып, йә уйланып иҫтәлектәргә бирелеп китәм. Күрәһең, олоғайған һайын кешенең ҡәҙерен, эштәренең әһәмиәтен, ҡылған ғәмәлдәренең изгелеген нығыраҡ аңлайһың.

Беҙ Йомағужа һыу һаҡлағысының төҙөл­гәнен Үҙәк телевидениенан күреп, Баш­ҡор­тостанды уғата һағынып, ашҡынып, 1987 йылдың авгусында ҡайтып төштөк. Ул ваҡыттағы урамдарҙың батҡағын, төҙөлөш сүп-сарын күптәр хәтерләйҙер. Дөйөм ятаҡта бер ишектән дүрт ғаилә кереп йөрөйбөҙ, дүрт бүлмәле фатирыбыҙ брондә ҡалды. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтәйек: фатирҙы юғалтмау өсөн совет хөкүмәте тарафынан бирелгән бик мәрхәмәтле ҡанун ине ул.

Ярай инде беҙ, даланың ҡомло ерен ер­һенмәй, һыу инергә йәһәннәмдә ятҡан Ҡумаҡ йылғаһына йөрөгән башҡорттар, илебеҙ, ҡара тупраҡлы еребеҙ хаҡына ҡайттыҡ.

Ә мин гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡ­дим иткән Әҙеһәмовтар ғаиләһе – Күмертау ҡалаһындағы өс бүлмәле фатирын ҡалды­рып, бер бүлмәгә дүрт бала менән килеп төшөп, эш башлаған пар.

Ғаилә башлығы Риф Бикмөхәмәт улы, 1977 йылда Өфө нефть институтының төҙө­лөш факультетын тамамлап, “Күмертау­төҙө­лөш” тресына юллама менән мастер булып эшкә төшә. 1985 йылдың 10 июлендә Йомағужа һыу һаҡлағысында производство-техник етәксе вазифаһына тәғәйенләнә.

Ул 90-сы йылдарҙың михнәттәрен – һыу һаҡлағыстың бер ябылып, бер асылып, халыҡтың эшһеҙ интегеүен мәңге оноторлоҡ түгел. Тик был һынауҙарҙы биш бала атаһы (Йомағужала тағы бер бала донъяға килә), Риф ағай сабырлыҡ менән еңеп сыға. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итергә тура килмәй уға: Өфөлә төҙөлөштә баш инженер, проект бүлегендә етәксе, 2008 – 2010 йылдарҙа Болгарияла инвестор вәкиле – бер эштә лә юғалып ҡалмай, һәр саҡ үҙ дәрәжәһен белеп, хөрмәт ҡаҙанып эшләүен дауам итә.

Болгарҙар илендәге төҙөлөштә, әлбиттә, эш тә көйлөрәк, түләү ҙә мулыраҡ булып сыға, дуҫтар ҙа ҡалырға өндәй, әммә теле­журналистың “Бында ҡалырға уйламай­һы­ғыҙмы?” тигән һорауына Риф Бикмөхәммәт улы, ғәҙәтенсә күҙен генә көлдөрөп, йыр менән яуап бирә.

“Тыуған илем – гөлдәр иле,

Гөлдәр сөмбөлдәр иле…

…Тыуған яҡтың гүзәллеген

Мәңге күреп туйманым…”

Ул тауышта шул тиклем моң, Башҡорт­останды һағыныу хисе ярылып ята ине. Нисә йыл таш, бетон араһында ҡайнап йөрөгән ир-егеттең күңеле ҡатмағанына, йөрәгендә иленә, ғаиләһенә оло һөйөү йөрөткәненә ғәжәп иткәйнем мин шул саҡта. Бәлки, шуғалыр ҙа дүрт ҡыҙ араһында бер үҙе үҫкән Булатын да атайҙарса “уҡ юндырып”, һөнәренә хөрмәт тәрбиәләп үҫтергән­дер. Ғаиләлә атай абруйы, әлбиттә, әсәйҙең аҡылына, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп, атай һүҙен йыҡмай, ғаилә усағын һаҡлап торған холоҡ-фиғеленә бәйле.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Булат Риф улы Өфөлә 424-се Төҙөлөш-монтаж идара­лығында генераль директор булып эшләй. Булат та хас атаһы кеүек һәлмәк, тыныс холоҡло. Кузнецов затонында береһенән-береһе матур архитектуралы өйҙәр һала, ике ул үҫтерә.

“Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә – ҡатын” тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар. Риф Әҙеһәмовтың ҡатыны Луиза Ришат ҡыҙы – уға ғына Хоҙай тарафынан тәғәйен­ләнгән, бүләк ителгән хәләле ул.

“Риф дөйөм ятаҡҡа, минең бүлмәгә килеп инде лә мәңгелеккә тормошомда ҡалды”, – тип хәтерләй тәүге осрашыуҙарын Луиза ханым. Ул И. Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина институтының беренсе курсынан һуң, ата-әсәһенә яҡыныраҡ тип, Башҡортостан дәүләт медицина институтына күсә. 1976 йылда институтта кафедрала ҡалдырылған ерҙән Риф Бикмөхәмәт улы һуңғы курсты тыныс ҡына тамамлаһын өсөн, Айгөлөн күтәреп, Күмертауға терапевт булып эшкә ҡайта. Бына бит ул ғаилә ҡорғандың башынан уҡ тойола бер-береңдең үҫешенә хөрмәт менән ҡарау! Студент ғаиләһендә тыуған Айгөл әлеге көндә Түбәнге Новгород өлкәһендә йәшәй, медицина фәндәре кандидаты, хирург-онколог, Алһыу исемле ҡыҙ үҫтерә.

Гөлназдары – үҙе өс бала әсәһе – эндокринолог, Рәсәйҙең иң ҙур медицина компанияларының береһендә координатор, сит илдәр менән эшләй, күрһәткестәре, эш һөҙөмтәләре һәр саҡ юғары.

Альбина – өсөнсө ҡыҙҙары, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлап, йәнә психолог һөнәрен дә үҙләштереп, Ҡазан ҡалаһында банкта программист эшен алып бара, ике бала тәрбиәләй.

1914 йылда Мәскәүҙә юғары медицина уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан Зәки Ғарифулла улы ауырыуҙарҙы ихлас ҡараған. Уға күренер өсөн көньяҡ райондарҙан да, Ырымбур өлкәһенән дә күпләп йөрөгәндәр. Хатта дарыуҙары бөтөп китһә, ауырыуҙарға ҡыҙыл сөгөлдөр һуты эсереп, мейес аҡ бал­сығын ҡырып, порошок яһап та дауа­лаған. Ә дауаһы килешкән, сөнки абруйы ҙур, ғилеме киң, һүҙе менән дә дауалай, арбай белгән.

1932 йылда Йомағужа районының Аптраҡ ауылына баш табип булып килгән олатаһы Луизаға юл һыҙған кеүек. Ул да 1985 йылда ире артынан, юғарыла әйткәнсә, өс бүлмәле фатирын, өйрәнгән эшен ташлап, Йомағужа участка дауаханаһына терапевт булып эшкә килә.

Ғәҙәттә, табиптар күберәк яҙа, аҙыраҡ һөйләй кеүек. Тик Луиза ханым ентекләп хә­леңде һорашып, хәл-торошоңдо, хатта һөнәреңде иғтибарға алып, мөмкин тиклем тәбиғи, зарарһыҙыраҡ дарыуҙар тәҡдим итер, дауа барышында, хәлеңә ҡарап, уларҙы үҙгәртеп йә кәметеп, йә өҫтәп, тыныс тауышы менән ярты һауыҡтырып ҡайтарыр ине.

Ҡайғының иң ҡатыһын – бала ҡайғыһын – күреүҙәренә ҡарамаҫтан, Риф Бикмөхәм­мәт улы менән Луиза ханым үҙ хәсрәттәренә бикләнеп ҡалманы, уны лайыҡлы күтәрә белде. 

Хәҙерге күп балалы ғаиләләрҙең юҡҡа ғына зарланғандарын ишетһәм, “Быларға Луиза менән Риф өлгөһө етмәй” тип уйлап ҡуям. Уларҙың балалар үҫтерергә лә, йәмғиәт тормошонда ҡатнашырға ла, мал, ҡош-ҡорт аҫрарға ла, хатта ауылдаштарына Нәзифә Ҡадированы саҡырып, бушлай концерт ойошторорға ла аҡылдары ла, ваҡыттары ла етте.

Студент йылдарынан бер-береһен тапҡан парҙың уртаҡ тормош һуҡмағынан атлауына быйыл 47 йыл тула. Ғүмерҙә лә “Беҙ күп балалы, беҙгә шул кәрәк, был кәрәк” тип йөрөмәнеләр, ә үҙ аҡылдары, көстәре менән, икәүҙән-икәү кәңәшләшеп, бер-береһен күҙ ҡараштарынан аңлашып йәшәй Әҙеһәмов­тар. Бына шундай ғаиләләр матурлай ҙа инде тормошобоҙҙо.

 


Роза ХӘМИТОВА

Күгәрсен районы.

Читайте нас: