Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
17 Ноябрь 2022, 12:30

Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?

Делегаттар Тамъян ырыуынан сыҡҡан Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Айгөл Шаһманова кеүек сәхнә оҫталарының ижады менән танышасаҡ.

Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, 2022 йылдың 25 ноябрендә Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Тамъян ырыуы башҡорттарының беренсе йыйыны үтәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Миәкә районы Хакимиәте ойоштора.

Сарала башҡорт халҡының иң ҙур ырыуҙарының береһе булған Тамъян ырыуы вәкилдәрен йыйып, туплап, тәжрибә уртаҡлашыу, алдағы йылдарҙа ырыуҙың йолаларын үҫтереү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү күҙ уңында тотола. Йыйын юғарынан кемдәрҙеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә тамъяндарҙың үҙҙәренең күңеле ҡушыуы, үҙ теләге буйынса үткәрелә. Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәгән урындарҙа йыйынға әҙерлек буйынса ойоштороу саралары, делегаттар һайлау үтте.

Йыйында тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың тамъяндар тарихы менән тыныштырасаҡ. Һәр делегациянан вәкил үҙҙәрен борсоған проблемалар буйынса сығыштар яһаясаҡ. Ырыуҙың гимны, атрибуттары ҡабул ителәсәк. Ырыу башлығы, ырыу советы һайланасаҡ. Шулай уҡ Тамъян ырыуы советында уның эш планы ҡараласаҡ.

Делегаттар шулай уҡ Тамъян ырыуынан сыҡҡан Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Айгөл Шаһманова кеүек сәхнә оҫталарының ижады менән танышасаҡ. Йыйындың резолюцияһы ҡабул ителәсәк.

Тамъян ырыуы башҡорт этносының боронғо нигеҙ таштарының береһен тәшкил итә. Уның вәкилдәре Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Әбйәлил, Белорет, Мәләүез, Көйөргәҙе, Миәкә райондарында йәшәй. Бынан тыш тамъяндар ҡайһы бер райондарҙа башҡа башҡорт ырыуҙары менән аралашып ултырған. Бөрйән районының Аҫҡар ауылында, Урман түңгәүерҙәре менән бер рәттән, тамъяндар йәшәй. Улар – тамъяндарҙың Дүмәй араһы башҡорттары. Бөрйән районының Түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәгән Мәһәҙи ауылында ла тамъяндар бар. Улар – Тәхәүетдиновтар. Аралары – Ишкенә. Тамъяндар тағы Бөрйән районының Ишдәүләт ауылында ла барҙар. Тамъяндар йәшәгән Ҡолғана ауылы элек Әбйәлил районына ҡараған. Хәҙер Бөрйән районына инә.
Тамъяндар Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Шишмә ауылында барҙар. Улар бында хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Тыңламаҫ ауылынан күсеп килгәндәр.

Ырыуҙаштарыбыҙ Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ, Исламбахты ауылдарында йәшәй. Был ауылда Йылан, Байлар ырыуҙары башҡорттары менән бергә көн итәләр. Ике шәжәрәләре һаҡланған. Береһе, йәғни Исламбахты ауылында йәшәгәндәренеке Шәғәле Шаҡман нәҫеленә ҡарай.

Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында, уны нигеҙләгән Бөрйән ырыуы батыры Ҡаранай Моратовтың вариҫтары, йәғни Бөрйән ырыуы башҡорттары, Меркет-Мең ырыуы башҡорттары менән бер рәттән, тамъяндарҙың барлығы теркәлгән.

Миәкә районындағы Тамъян ырыуы ауылдары Тамъян-Таймаҫ, Ереклекүл, Ҡолтай-Ҡаран ауылдарынан тыш, тамъяндар бер аҙ Күл-Ҡунҡаҫ, Илсеғол ауылдарында барҙар.

Тамъяндар Туймазы районының Япрыҡ ауылында Байлар, Йылан, Әйле башҡорттары менән бергә йәшәйҙәр. Шулай уҡ ошо райондың Бәйрәкә-Түбә ауылында Йылан ырыуы башҡорттары менән бергә йәшәйҙәр. Ғәфүр ауылында хәҙерге Мәләүез районына инеүсе Иҫке Муса ауылынан күсеп барған тамъяндар йәшәй. Тамъяндар шулай уҡ Кәкребаш, Татар Олҡаны ауылдарында барҙар.

Шаран районының Иҫке Тамъян ауылында, Тамъян ырыуы башҡорттары Йылан ырыуы башҡорттары менән бер рәттән, күпләп йәшәй.
Бурһыҡ ауылында ла тамъяндар менән Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары йәшәй. Был яҡҡа тамъяндар шулай уҡ Мәләүез районынан күсеп барғандар.
Cаҡмағош районында Тамъян ауылы бар. Был ауыл тамъяндары хаҡында Хатип Әхийәров “Тамъян ауылы тарихы” тигән китабында шулай тип яҙа: “...ауылға килгән беренсе өс кеше башта Дим йылғаһы тамағында йәшәп, һуңыраҡ хәҙерге Кушнаренко районының Мәмәк ауылында тормош көткәндәр. Үҙҙәре Тамъян ҡәбиләһенән булған. Был Базы буйы Тамъяны ошо тирәлә иң һуңғы Тамъян ултырышы булып һанала, сөнки быға тиклем Бәләбәй Тамъяны (ҡыр Тамъяны) һәм Шаран районы Тамъяны була. Базы буйы Тамъянындағы кешеләр улар менән бәйләнеш тотҡандар. Беҙҙең Тамъян ултырған урын матур һәм ағаслы булғанлыҡтан, был хәл Бәләбәй Тамъяны халыҡтарын да күсеп килергә мәжбүр иткән”.   

Тамъяндар Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Урта Асҡар ауылында барҙар. 1834 йылғы рәүиз ҡағыҙҙарында бында 103 башҡорт йәшәгәнлеге теркәлгән. Улар үҙҙәрен башҡорт кенәзе Шәғәле Шаҡман вариҫтары тип иҫәпләй.

Тамъяндар Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Беләүтамаҡ ауылында барҙар. Улар был ауылда Бөрйән ырыуы башҡорттары менән бергә йәшәй.
Тамъяндарҙың Ырымбур өлкәһенең Тоцк районындағы Ҡыҙыл Мәсет ауылында йәшәүҙәре теркәлгән. Хәҙер барҙармы, юҡтармы – был өйрәнеүҙе талап итә. Ҡасандыр тамъяндар ошо Ҡыҙыл Мәсет ауылына күрше Ҡыҙыл Шәреҡ ауылында күпләп йәшәгәндәр. Хәҙер ул ауыл юҡ. Бигерәк тә 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында ныҡ ҡырылғандар.

Ырымбур өлкәһе Әсекәй районының Иҫке Мөъмин, Шаммасовка ауылдарында тамъяндар күпләп йәшәгән. Район үҙәге Әсекәйҙә лә барҙар. Тамъяндарҙың барлығы Ырымбур өлкәһе Переволоцкий районы Ғәбдрафиҡ ауылында теркәлгән. Был ауылда тағы ла Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙары башҡорттары бар.

Тамъяндар Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Үтәкәй ауылында Бөрйән ырыуы башҡорттары менән бергә йәшәй.
Тамъяндар Татарстан Республикаһының бер нисә районында йәшәй. Аҙнаҡай районының Мәсәғүт, Лениногорск районындағы Мөъмин ауылдарында тотошлай Тамъян ырыуы башҡорттары йәшәгәнлеге этнографтар тарафынан теркәлгән. Мөслим районының Тамъян ауылында, Ирәкте ырыуы башҡорттары менән бер рәттән, хәҙерге Мәләүез районының Иҫке Муса ауылынан күсеп барған тамъяндар йәшәй. Шәжәрәләре бар. Ул Тамъян ырыуы шәжәрәләренә ялғанып тора. Нәҫелдәре менән башҡорт кенәзе Шәғәле Шаҡман вариҫтары.

Күреүебеҙсә, Тамъян ырыуы башҡорттары бер тирәлә генә тупланып йәшәймәй. Улар республикабыҙҙың, күрше төбәктәрҙең төрлө яҡтарында көн итә. I Тамъян йыйыны уларҙы мәҙәни-рухи яҡтан, туғанлыҡ ептәре буйынса бер-береһенә яҡынайтыр, бер ҡор булып ойошорға булышлыҡ итер, тип ышанайыҡ.

Автор: Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Фото: vk.com.

Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Тамъяндар ҡайһы райондарҙа күпләп йәшәй?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: