Өфө ҡала хакимиәте вице-мэры Сергей Кожевников Хөкүмәт кәңәшмәһендә баш ҡалала 2930 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны теркәлгәнен белдерҙе.
Еңеү байрамы алдынан һәр һуғыш ветеранын шәхси ҡотлаясаҡтар, Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау хаттары, бүләктәр тапшырыласаҡ.
Һуғышта ҡатнашыусы 90 яугиргә һәм Бөйөк Ватан һуғышы инвалидына өйҙәрендә бүләктәр тапшырыласаҡ. Бынан тыш, ҡала бюджеты иҫәбенә ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәттәре буйынса торлаҡтар ремонтланасаҡ.
Йыл әйләнәһенә 433 ветеранды юбилейҙары менән ҡотлап, бүләктәр тапшырыу планлаштырыла.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.