Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Декабрь 2023, 20:50

Күсмә ултырыш – Шишмә районында

Сарала ҡатнашыусылар башта парктың эшмәкәрлеге менән танышты

Күсмә ултырыш – Шишмә районында
Күсмә ултырыш – Шишмә районында

Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров терроризмға ҡаршы комиссияның күсмә улытырышын үткәрҙе. Һөйләшеү Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриот паркында булды. Сарала ҡатнашыусылар башта парктың эшмәкәрлеге менән танышты.

– Мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында иртәлектәр, шыршы байрамдары уҙғарыла, – тине Радий Фәрит улы. – Ғөмүмән, беҙҙең ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа 1300-ҙән ашыу яңы йыл шыуғалаҡтары ойошторолған, шул иҫәптән Өфө ҡалаһында уларҙың һаны – 232. Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙа Ҡыш бабайҙың резиденцияһы асылды. Унда ярты миллиондан ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ошо күмәк саралар барғанда беҙ ныҡ иғтибарлы булырға тейеш, халыҡ күп йыйылған урындарҙағы хәл-торошто контролдә тоторға бурыслыбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: