Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
17 Октябрь , 17:30

Ун ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

Башҡортостанда “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумы бара. Республикабыҙҙағы спорт тураһындағы ун ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тураһында яҙабыҙ:

Ун ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
Ун ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

Башҡортостанда “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумы бара. Республикабыҙҙағы спорт тураһындағы ун ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тураһында яҙабыҙ:

  1. Беҙҙә спорт менән 2,175 миллион кеше даими шөғөлләнә. Был – халыҡтың 60 проценты.
  2. 2018 йылда спортты финанслау 4,4 миллиард һум тәшкил итте, әле - 10,2 миллиард һум.
  3. Беҙҙә барлығы 13,3 мең объект бар. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса рейтингта, Мәскәүҙән ҡала, өсөнсө урындабыҙ.
  4. Былтыр Өфөлә ябыҡ футбол манежы, өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Октябрьский ҡалаһында боҙ аренаһы, Хәйбулла районында бассейн, “Газпром- балаларға” проектына ярашлы Өфөлә төҙөлгән Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге һәм башҡалар асылды.
  5. Быйыл Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишкәкле слалом һәм башҡалар асылды.
  6. 11 ҙур проект төҙөлөшө бара. Мәҫәлән, Өфөлә “Мед”, Октябрьскийҙа бассейн һәм башҡалар.
  7. Былтыр спортсылар 3382 миҙал яуланы.
  8. 759 спортсы һәм тренер ҙур ярыштарҙа еңеүе өсөн 44,7 миллион һумлыҡ түләү алды.
  9. 2020 йылдан “Ауыл тренеры” программаһы старт алды.
  10. Бөгөн “Ауыл тренер”ы илдәге 20-нән ашыу төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: