Йыл башында Башҡортостан ҡалаларында һауаның бысраныуы мәсьәләләрен Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы күҙәтеү аҫтына алды. Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында һауаның бысраныуын кәметеү буйынса саралар ғәмәлгә ашырыла башланы. Эш төркөмө булдырылды.
Видеоконференцияны Рәсәйҙең тәбиғәт министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов алып барҙы, унда Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, республика Хөкүмәте һәм Республикаға идара итеү үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Константин Цыганов бер ай эсендә Стәрлетамаҡ халҡы һауаның бысраныуына зарланып 350-нән ашыу мөрәжәғәт ебәреүе тураһында хәбәр итте. Атмосфера һауаһын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса предприятиелар ҡалдыҡтары өсөн хас булған бысратыусы матдәләрҙең һулар һауала артыуы теркәлгән.
Нияз Фазылов билдәләүенсә, Стәрлетамаҡҡа бер нисә тапҡыр атмосфера һауаһын контролдә тотоу буйынса күсмә экологик лаборатория килгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең артыуы асыҡланған, бысратыусылар асыҡланған.
Мәғлүмәт тиҙ арала Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығына, Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығына һәм Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына тапшырыла. Нияз Фазылов ведомствоның ҙур предприятиеларға бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса сараларҙы көсәйтеү кәрәклеге тураһында хәбәр итте.
Константин Цыганов күҙәтеү органдары һәм предприятиелар менән эшләйәсәк, шулай уҡ предприятиеларҙың санитар-һаҡлау зоналары сигендә атмосфера һауаһының сифатын күҙәтәсәк ведомство-ара эшсе төркөм ойошторорға ҡушты. Ул шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын һауаны һаҡлау өлкәһендә үткәрелгән саралар һәм хәл тураһында халыҡҡа хәбәр итергә кәрәклегенә йүнәлтте.
Йыл башында Башҡортостандың эшлекле миссия вәкилдәре Мәскәүҙә атмосфераға ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы кәметеү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Документтарға Экология көнө сиктәрендә ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡул ҡуйылды. Килешеүгә Рәсәйҙең тәбиғәт министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» һәм «Синтез-Каучук» предприятиеларының башҡарма директоры Владимир Балабанов ҡул ҡуйҙы.
ВРЕЗ:
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
"Газпром нефтехим Салауат“ һәм "Башҡорстан сода компанияһы" предприятиелары, Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы килешеү сиктәрендә Салауат һәм Стәрлетамаҡ халҡына объектив мәғлүмәттәр еткерелеп тора. Предприятиелар йылдан-йыл һауаға ташланған ҡалдыҡтар күләмен кәметергә тырыша. Мәҫәлән, "Газпром нефтехим Салауат“ яңы техник сера етештереү производствоһын асасаҡ. Был атмосфераға зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы йылына 5 мең тоннаға тиерлек кәметергә мөмкинлек бирәсәк. "Башҡорстан сода компанияһы"н алғанда, 2019 йылдан тәбиғәтте һаҡлау сараларына ул 9 миллиард һум аҡса йүнәлтә. Шуға ҡарамаҫтан, һулар һауа сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә әле атҡараһы эштәр бар".
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.