Бөтә яңылыҡтар
10
9 май - Еңеү көнө
12 Ғинуар , 14:00

100 йәшен бик матур ҡаршылай

11 йәшенән торф та сығара, һал да ағыҙа, алтынын да йыуа...

100 йәшен бик матур ҡаршылай
100 йәшен бик матур ҡаршылай

Мин һҽҙгә Учалы районы Балбыҡ ауылында йәшәгән ағинәй Иҡсанова Нурҙиҙә Әхмәҙиә ҡыҙы тураһында һөйләмәксемен.

8 ғинуар әбейебеҙ 100 йәшен тултырҙы. Ауыл клубына юбилярҙы ҡотларға яҡындары, ауылдаштары, Учалы районы хакимиәтенән, Туңғатар ауыл советынан, башҡорттар ҡоролтайы ойошмаһының урындағы етәкселегенән килгәндәр ине.

Күп тиҫтерҙәре һымаҡ, бала сағынан ауыр тормош һынауҙары үткән әбейем бер быуатлыҡ ғүмерен бик матур ҡаршылай. 11 йәшендә эшләй башлаған ҡыҙ торф та сығара, утынын да ҡырҡа, һал да ағыҙа, алтынын дә йыуа. Үҫә төшкән ҡыҙға умартасылыҡ эшен дә йөкмәтәләр.

Тура һүҙле, егәрле булғаны өсөн 1959 йылда Мәскәүгә ике айлыҡ курсҡа уҡырға ебәрәләр. Унан ҡайтҡан ҡыҙҙы тауыҡ фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. "Алдынғы булып эшләһәм дә, коммунист булмағас, Мәскәүгә съезға ебәрмәнеләр", - тип хәтерләй ул йылдарын Нурҙиҙә әбей.

Миәс ҡалаһындағы автозаводта ла эшләргә тура килә уға. Тормош иптәше менән бер ул үҫтерәләр. Ул Учалы ҡалаһында йәшәй. Бер ейән һәм ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре бар ағинәйҙең.

Ҡөрьән сүрәләрен, доғалар уҡып, тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләй ул. Матур һәм ыҡсым өйө йәй көнө гөл- сәскәгә күмелә. Ауылдаштарының, яҡындарының хөрмәтенә төрөнөп йәшәй Нурҙиҙә әбейебеҙ.

Автор: Венера Сәғитова. Учалы районы.

Фотолар: геройҙың шәхси альбомынан.

100 йәшен бик матур ҡаршылай
100 йәшен бик матур ҡаршылай
100 йәшен бик матур ҡаршылай
100 йәшен бик матур ҡаршылай
100 йәшен бик матур ҡаршылай
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: