Күптән түгел генә ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булғайны. Ишембай, Башҡортостанда Өфөнән ҡала икенсе “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был хаҡтағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Хәҙер иһә республикала ошондай өсөнсө ҡаланың да барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләшеү булды.
Был ҡала – Белорет. Яңылыҡ тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Белорет хакимиәтенең тейешле мөрәжәғәте республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ебәрелгән.
“Мин ҡала властарының башланғысын тулыһынса хуплайым. Ысынлап та, Белорет ҡалаһы металлургтары Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Бөгөнгө көнгә республиканың ике ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем бирелде, улар - Өфө һәм Ишембай. Ошо йүнәлештәге эште дауам итергә тейешбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Белорет властарынан мөрәжәғәт килгән һәм яҡын арала ҡарала.
Фото: "Башинформ".