Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2025, 11:45

Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлауҙар килә

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Еңеү көнө менән ҡотлауҙар ебәргән.

Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлауҙар килә
Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлауҙар килә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Еңеү көнө айҡанлы ҡотлау ебәргән. Унда ошолай тиелгән:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе тарихи ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы – менән ҡотлайым.

Ҡаһарманлыҡ, ихтыяр һәм һынмаҫ рух көсө атайҙарыбыҙға, олатайҙарыбыҙға Тыуған ил азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалырға, милләтселекте ҡыйратырға, Европаны һәм донъяны ҡотҡарыуға булышлыҡ итте. Рухи, илһөйәрлек бурысыбыҙ – уларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығына лайыҡлы булыу, Рәсәйгә намыҫ менән хеҙмәт итеү.

Һеҙгә уңыштар һәм иң изге теләктәр теләйем.

Владимир Путин”.

                                                                                                           ***

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡотланы. Унда түбәндәге юлдар бар:

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлайым.

Фашизмды ҡыйратҡан, Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған халҡыбыҙ ҡаһарманлығы булған был барлыҡ тиҫтә йыллыҡтар беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерә. 1945 йылда азатлыҡ яулаған һалдаттар алдында баш эйәбеҙ, тылда хеҙмәт иткәндәрҙең фиҙакәрлеген хөрмәт итәбеҙ. Фронтовиктарҙың үлемһеҙ батырлығы йөрәгебеҙҙә йәшәй, быуындан-быуынға тапшырыла.

9 Майҙа ҙур рәхмәт тойғоһо менән ветерандарҙы ҡотлайбыҙ. Уларҙың ныҡлығы, Ватанға сикһеҙ тоғролоғо беҙҙең өсөн миҫал булып тора. Бөгөн махсус хәрби операция барышында яҡлаусыларыбыҙҙың героизмы менән ғорурланабыҙ.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға эшегеҙҙә уңыштар, сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләйем.

Михаил Мишустин”.

                                                                                                            ***

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан ҡотлау килде. Унда была тип әйтелә:

“Һеҙҙе бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡотлайым!

Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл тула. Кинохрониканы, художестволы фильмдарҙы, фронт фотографияларын ҡарайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ һәм тере ҡалғандар, һәләк булғандар тураһында рәхмәт менән хәтергә алабыҙ.  

Йылдан-йыл беҙҙең Еңеү шаһиттары кәмегәндән-кәмей, әммә улар тураһындағы иҫтәлек йәшәй. Улар беҙҙә  – нисек бер-беребеҙҙе һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлауыбыҙҙа.

Бөгөн дә, теге ваҡыттағы кеүек, Ватан һағында тороусылар һәм тыуған йортона ҡайта алмағандар бар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы һаҡлаусыларға, тыныс киләсәкте яҡынайтыусыларға рәхмәт әйтәбеҙ. Ышанабыҙ – беҙҙе еңә алмаясаҡтар!

Байрам, Еңеү көнө менән!

Игорь Комаров”.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас