Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
24 Август 2025, 14:30

"Армия мәҙәниәте көндәре"ндә китапханасылар осрашты

Уның төп маҡсаттарының береһе – патриотик тәрбиә биреү, тарихи хәтерҙе һаҡлау.

"Армия мәҙәниәте көндәре"ндә китапханасылар осрашты
"Армия мәҙәниәте көндәре"ндә китапханасылар осрашты

Башҡортостанда “Армия мәҙәниәте көндәре”нә ярашлы “Хәҡиҡәт һағында” китапхана форумы үтте.

Уның төп маҡсаттарының береһе – патриотик тәрбиә биреү, тарихи хәтерҙе һаҡлау.

Республика китапханалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, ҡунаҡтар түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Асылда һүҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә әҙәбиәттең роле, тарихты боҙоуға ҡаршы тороу тураһында барҙы.

Фойела Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторған “Үткәнде һаҡлау – киләсәкте һаҡлау” китаптар күргәҙмәһе лә ҡуйылғайны. Унда хәрби-патриотик темаға арналған баҫмаларҙы күрергә мөмкин ине.

Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняковтың батырҙар һәм МХО ваҡиғалары һүрәтләнгән картиналары ла урын алғайны.

Фото: Ә-З. Вәлиди исемендәге милли китапхана сайтынан.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас