7 сентябрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сара республиканан 9 - 14 йәшлек 135 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән баланы, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләрен, ирекмәндәрҙе һәм мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәрен берләштерҙе.
Слет программаһында оҫталыҡ дәрестәре, балаларҙы социалләштереүгә һәм патриотик тәрбиәләүгә, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән интерактив саралар һәм консультациялар бар ине. Төбәк етәксеһе сығышында үҫеп килеүсе быуынды тулы ҡиммәткә тәрбиәләү өсөн ошондай сараларҙың мөһимлеген билдәләне.
- Һеҙҙе «Патриот» паркына саҡырҙыҡ, сөнки һеҙ – буласаҡ ир-егеттәр һәм ысынында бик көслө балалар. Бында яңы белем һәм күнекмәләр ала алыуығыҙ бик яҡшы, - тине Радий Хәбиров. - Был парк Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Максим Серафимов исемен йөрөтә. Беләм, күптәрегеҙҙең туғандары һәм яҡындары махсус хәрби операция бурыстарын үтәй. Беҙ уларға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ һәм хәрби бурысын үтәгәндә ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен һаҡлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ ысын геройҙар – һеҙҙең менән бергә ауыр юл үткән, үҫергә ярҙам иткән һәм яҡшы тәрбиә биргән ата-әсәләрегеҙ.
Артабан Башҡортостан Башлығы слетта ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ балаларға төбәкте үҫтереү перспективалары, муниципалитеттарҙа яңы социаль һәм спорт объекттары төҙөү пландары, Шайморатов хәрәкәтенә артабан ярҙам итеү хаҡында һөйләне. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре слетты ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм бындай осрашыуҙарҙың ғаиләләр өсөн айырыуса әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар ирекмәндәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Балалар алдында шулай уҡ Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәй Геройы, “Геройҙар ваҡыты" федераль кадрҙар программаһында ҡатнашыусы Денис Чернавин һәм парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Алексей Буренин сығыш яһаны. Улар лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, физик әҙерлек һәм файҙалы ғәҙәттәр тураһында һөйләне. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы балаларға уҡыуҙа уңыштар теләне.
Фото: glavarb.ru